Йәнтөйәк
+6 °С
Облачно
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Общие статьи
22 Апреля , 09:04

Илһөйәр егет ҡыйыулыҡ һәм батырлыҡ өлгөһө күрһәтә

Ошо көндәрҙә редакциябыҙға Яңы Аҡбулат мәктәбе директоры Сергей Мусалин инеп сыҡты. Ул ошо мәктәпте 2012 йылда тамамлаған уҡыусы — гвардияның өлкән лейтенанты тураһында командирынан хат алыуы хаҡында һөйләне.

Илһөйәр егет ҡыйыулыҡ һәм батырлыҡ өлгөһө күрһәтәИлһөйәр егет ҡыйыулыҡ һәм батырлыҡ өлгөһө күрһәтә
Илһөйәр егет ҡыйыулыҡ һәм батырлыҡ өлгөһө күрһәтә


“Хеҙмәт итеү дәүерендә һеҙҙең сығарылыш уҡыусыһы үҙен юғары класлы белгес, ҡыйыу, ярҙамсыл, маҡсатсан яугир итеп күрһәтте. Хәрби хеҙмәттең бар ауырлыҡтарын иңендә лайыҡлы күтәрә, бурыстарҙы үтәгәндә инициатива күрһәтә. Ҡыйыулығы өсөн наградаларға — 2022 йылда — “Хәрби айырмалыҡ өсөн”, 2025 йылда Суворов миҙалдарына лайыҡ булды.
Яугирҙың шәхес булып формалашыуында, үҙ иленең патриоты булыуҙа, бер һүҙһеҙ, мәктәптең, уҡытыусылар коллективының һәм класташтарының да өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Һеҙ уҡыусығыҙ менән лайыҡлы рәүештә ғорурлана алаһығыҙ. Нәҡ ошондай кешеләр булғанда Ватан именлегенә һәм киләсәк быуындарҙың илһөйәр булып үҫеүенә ышаныс арта.
Һеҙгә балалар тәрбиәләүҙәге ауыр хеҙмәтегеҙҙә, йәш быуын күңеленә Тыуған илгә һөйөү хистәре һалыуҙа ҙур уңыштар теләйбеҙ һәм рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе еткерәбеҙ!” — тиелә командир ебәргән хатта.
Мәктәп директоры үҙҙәренең уҡыусыһы тураһында ихлас һөйләне:
— Ул беҙҙең иң яҡшы, әүҙем уҡыусыларыбыҙҙың береһе булды. Яҡшы уҡыны, бөтә ергә лә өлгөрҙө. Уҡыусыларыбыҙ үҫеп оло тормош юлына баҫһа ла, беҙ улар өсөн көйәбеҙ, уңыштарына һөйөнәбеҙ. Был егеткә килгәндә, ул МХО-ла булғанлыҡтан, уның өсөн борсолабыҙ. Иҫән-һау булыуын теләйбеҙ. Ошондай йылы йөкмәткеле хат алыу — беҙҙең өсөн ҙур ҡыуаныс, — тип уй-кисерештәре менән уртаҡлашты директор. — Беҙ яугирҙың үҙенән дә ошо көндәрҙә хат алдыҡ. Ул беҙҙең уҡыусылар яҙған хаттарҙы алыуҙары, һүрәттәрҙе һоҡланып ҡарауҙары тураһында бәйән иткән һәм уҡытыусыларға изге һөнәрҙәре өсөн рәхмәт әйткән.
Беҙгә яугирҙың әсәһе Светлана Михайловна менән дә аралашыу форсаты тейҙе. “Улыбыҙ Ватан алдындағы бурысын үтәгәндән һуң үҙен хәрби хеҙмәткә арнарға ҡарар итте һәм Смоленск ҡалаһында хәрби училищеға уҡырға инде. Һөнәре абруйлы булһа ла, хәүефле. Беҙ улыбыҙ менән ғорурланабыҙ, иҫән-имен ҡайтыуын көтәбеҙ”, — тине яугир әсәһе.
Теманы дауам итеп...
Башҡортостанда Пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеүгә саҡырыу дауам итә.
Ниндәй өҫтөнлөктәре бар?
1. Хеҙмәт хәүефһеҙерәк, сөнки хәрби бәрелеш һыҙығынан алыҫта үтә.
2. Контракт бер йылдан алып билдәләнгән ваҡытҡа төҙөлә. Ул тамамланғас, хеҙмәттән китергә йәки яңыһын төҙөргә мөмкин.
3. Контрактта хәрби хеҙмәткәрҙе уның ризалығынан тыш пилотһыҙ осоу аппараттарына идара итеү менән бәйле булмаған башҡа һөнәргә йәки икенсе ғәскәрҙәр төрөнә күсерергә ярамағанлығы яҙыла.
4. Студенттар, академик отпуск алып, контракт төҙөй ала. Хеҙмәте тамамланғас, кире бюджет нигеҙендә уҡырға ҡайтырға хоҡуҡлы.
5. Һөҙөмтәлелек өсөн өҫтәмә. Дошмандың техникаһын, ҡорамалдарын уңышлы юҡ иткән кешеләргә 50 000 – 500 000 һум өҫтәмә түләү ҡаралған.
6. Хәрбиҙәр ҡануниәт менән ҡаралған барлыҡ түләүҙәр, ташламалар һәм социаль гарантиялар менән файҙалана.
БПЛА сафтарында хеҙмәт менән ҡыҙыҡһыныусылар 122 телефон номерына шылтырата ала. Бынан тыш, Башҡортостанда контракт буйынса хеҙмәткә ҡағылышлы башбат.рф сайты яңыртылды. Портал МХО-ла хеҙмәт итергә теләүселәр өсөн БПЛА ғәскәрҙәре өҫтөнлөктәре тураһындағы мәғлүмәт менән тулыланды.
Шулай уҡ барлыҡ һорауҙар буйынса урындарҙағы хәрби комиссариатҡа мөрәжәғәт итергә мөмкин.

Фирҙәүес Ҡадиҡова.

Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас