Йәнтөйәк
+6 °С
Облачно
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Общие статьи
22 Апреля , 08:50

Бейей-бейей оҫтаралар

Борай Балалар ижады йортоноң “Иҙел”  бейеү коллективы беренсе юбилейын билдәләй.

Бейей-бейей оҫтараларБейей-бейей оҫтаралар
Бейей-бейей оҫтаралар

Борай районында бейеү коллективтары элек-электән күп һәм көслө булған. Республикабыҙҙың ғына түгел, илебеҙҙең төрлө мөйөштәрендә уҙған конкурстарҙа сығыш яһап, еңеүҙәргә ирешеп киләләр. Шулар араһында әле иң йәш, әммә байтаҡ уңыштар яулаған бер коллектив бар: ул да булһа, Балалар ижады йортоноң “Иҙел” бейеү коллективы.
Ағымдағы йылдың апрель аҙағында “Иҙел”дең коллектив булараҡ төҙөлөп, беренсе тапҡыр сәхнәгә сығыуына теүәл биш йыл була. Нәҡ биш йыл элек Балалар ижады йорто педагогы Эльнара Мансурова (ул ваҡытта әле Исламова) үҙенең бала саҡ хыялын — бейеүсе булыу теләген тормошҡа ашырыу маҡсатында бейеү коллективы туплай башлай. Коллективҡа исемен дә юҡҡа ғына “Иҙел” тип ҡушмай, сөнки Иҙел — ҙур йылға, ул аға, туҡтамай, һәр саҡ алға ынтыла.
Коллектив төрлө милләт вәкилдәренең халыҡ бейеүҙәрен башҡара. Әлеге көнгә уларҙың репертуарында 12 халыҡ бейеүе бар. Бында өс йәш төркөмөндә 60-тан артыҡ бала шөғөлләнә.
— Мин — Борай ҡыҙы. Бәләкәй сағымдан Маргарита Ғәндәлипова етәкселегендәге “Дуҫлыҡ” халыҡ бейеү ансамблендә бейенем. Маргарита Камил ҡыҙы беҙҙе бейеү серҙәренә генә түгел, ә тормошта тырыш, ҡыйыу булырға, һәр саҡ маҡсаттарыбыҙға ирешергә өйрәтте. Уның етәкселегендә беҙ бик күп конкурстар лауреаттары һәм еңеүселәре, Гран-при эйәләре булдыҡ, илебеҙҙең байтаҡ ҡалалары сәхнәләрендә сығыш яһаныҡ. Мәктәпте тамамлағас, уҡыуымды Башҡорт дәүләт аграр университетында дауам иттем. Унда “Шатлыҡ” халыҡ ансамблендә бейенем. Белемем буйынса инженер-технолог булһам да, күңелем ҡушыуы буйынса мин — бейеүсе. Үҙем белгәндәрҙе балаларға өйрәткем килде. Шулай башлаған эшем ине был “Иҙел” коллективы, — тип һөйләне Эльнара Илшат ҡыҙы.
Бейеүҙәрҙе ул үҙе һала. Ниндәй ҙә булһа халыҡ бейеүен һалыр алдынан, тәүҙә ошо милләттең тарихын, милли кейемдәрен, музыкаһын, нәҡ ошо милләткә генә хас үҙенсәлектәрҙе өйрәнә. Унан халыҡ көйөнә боронғо замандарҙан башлап килгән бейеү хәрәкәттәрен һалып, композиция төҙөй. Уны үҙе ныҡлап өйрәнгәс, уҡыусыларына ла өйрәтә.
— Бер бейеүҙе сәхнәгә сығарғансы өс-дүрт ай үтә. Мәҫәлән, беҙҙең уҡыу йылы сентябрҙән башлана. Бына шунда өйрәнә башлаған бейеүебеҙҙе беҙ Яңы йыл тамашасыһына беренсе тапҡыр сәхнәгә сығарабыҙ. Шөкөр, бер генә бейеүебеҙ ҙә районда уҙған ҙур концерттың да, ҙур сараның да программаһына инмәй ҡалғаны юҡ, — ти ул уҡыусылары, үҙенең хеҙмәте менән ғорурланып.
“Иҙел” район сәхнәһендә генә түгел, райондан ситкә сығып та уңыштарға ирешергә өлгөргән. Һуңғы еңеүҙәренән Өфө ҡалаһында үткән “Орбита талантов” конкурсында “Андижанская полька” тип аталған үҙбәк бейеүе менән “Хореография” номинацияһында, “Фестиваль чудес” тип аталған халыҡ-ара күп жанрлы конкурс-фестивалдә “Төньяҡ халыҡтары бейеүе” менән 1-се дәрәжә лауреат исеменә лайыҡ булдылар. Быға тиклем дә еңеүҙәре байтаҡ ине был коллективтың.
— Эльнара Илшат ҡыҙы янына балалар бик теләп йөрөй. Беренсе дүрт-алты йәшлектәр төркөмөндәге кескәй ҡыҙҙар һәм малайҙарҙың шундай асыҡ йылмайыу менән остаздары янына килеп инеүҙәрен күреү айырыуса шатлыҡлы. 8-12, 13-15 йәшлектәр төркөмдәрендәге балалар инде бейеүҙең ысын сәнғәт икәнен, еңеүҙең ниндәй ҙур тырышлыҡтар аша килгәнен, конкурстарҙан еңеүселәр рәтендә ҡайтыуҙың әйтеп бөтөрә алмаҫлыҡ ҡәнәғәтлек хистәре биргәнен аңлап шөғөлләнә. Ижад йортонда балалар менән уртаҡ тел табып эшләгән һәләтле педагогтарыбыҙҙың береһе ул Эльнара Илшат ҡыҙы, — ти Балалар ижады йорто директоры Филзинә Сәхипгәрәева.
— Уҡыусыларымдың ата-әсәләренә бик рәхмәтлемен. Ниндәй генә халыҡтың бейеүен һалһаҡ та, улар костюмдар менән бик ярҙам итә, бер тапҡыр ҙа үтенесте кире ҡаҡҡандары юҡ, — тип рәхмәттәрен дә еткерҙе Эльнара Мансурова.
Сираттағы уҡыу йылы тамамланып килә. Традиция буйынса апрель аҙағында Балалар ижады йортонда шөғөлләнеүселәрҙең ҙур отчет концерты район Мәҙәниәт йорто сәхнәһендә үтә. Быйылғы отчет концерты программаһына “Иҙел” коллективының 12 бейеүе ингән. Был уларҙың ҙур тырышлығын дәлилләй.

Венера Арысланова.

Борай районы.

Бейей-бейей оҫтаралар
Бейей-бейей оҫтаралар
Бейей-бейей оҫтаралар
Бейей-бейей оҫтаралар
Бейей-бейей оҫтаралар
Бейей-бейей оҫтаралар
Бейей-бейей оҫтаралар
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас