Йәнтөйәк
+6 °С
Облачно
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Общие статьи
22 Апреля , 09:05

Бер быуатлыҡ ғүмер байрамын билдәләне

Мишкә районында йәшәүсе тыл эшсәне Пайрамсуло Яныбекова 100 йәшлек ғүмер байрамын билдәләне.

Бер быуатлыҡ ғүмер байрамын билдәләнеБер быуатлыҡ ғүмер байрамын билдәләне
Бер быуатлыҡ ғүмер байрамын билдәләне

 Был иҫ киткес датаны юбиляр туғандары һәм яҡындарының ҡәҙер-хөрмәтендә ҡаршыланы.
Пайрамсуло Яныбаевнаны бер быуатлыҡ юбилейы менән ҡотларға һәм рәхмәт һүҙҙәре әйтергә район хакимиәте вәкилдәре килде. Ҡунаҡтар хөрмәтле юбилярға гөлләмәләр, бүләктәр, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Ҡотлау хатын тапшырҙы һәм район етәкселегенең ихлас теләктәрен еткерҙе.
Тормош Пайрамсуло Яныбаевнаны иркәләмәй. Ул 1926 йылдың 6 апрелендә тыуа, ишле ғаиләлә алты баланың иң өлкәне булып үҫә. Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда ҡыҙға 15 йәш була. Атаһы 1941 йылдың сентябрендә фронтҡа китә һәм хәбәрһеҙ юғала. Әсәһенә 41 йәш була. Аслыҡ, яланғаслыҡ үҙәктәренә үтә, әммә берҙәм булып, ауырлыҡтарҙы еңеп сығалар.
Пайрамсуло Бөрө татар педагогия училищеһында белем ала һәм шул уҡ ваҡытта әсәһенә кесе туғандарын тәрбиәләргә ярҙам итә. Баҫыуҙа, баҡсала эшләй, өй мәшәҡәттәрен алып бара. Хужалыҡтарындағы берҙән-бер һыйыр һәм тырышлыҡтары ғына ғаиләне ул йылдар михнәтенән ҡотҡарып ҡала.
1944 йылда Ул Бөрөбаш мәктәбенең башланғыс кластарында уҡыта башлай. Һуңыраҡ Урта Азияға күсеп китә, унда хаҡлы ялға сыҡҡансы йәшәй һәм балаларға белем һәм тәрбиә бирә. Уның һуңғы эш урыны Үзбәкстанда башланғыс мәктәп була. Пайрамсуло Яныбаевнаның иңендә — 44 йыллыҡ педагогик стаж.
Пайрамсуло Яныбаевнаның төп байлығы — ғаиләһе. Ике ул тәрбиәләп үҫтергән. Бөгөн уның ғорурлығы һәм шатлығы — ике ейәне, ете бүләһе һәм бер тыуасары. Ҙур һәм татыу ғаиләһе һоҡланғыс тормош юлының яҡшы дауамы булып тора.
Хөрмәтле тыл эшсәне үҙенең 100 йәшлек юбилейын көр күңел һәм йәшәү дәрте менән ҡаршы ала. Ул ҡунаҡтарға бүләктәр өсөн ҙур рәхмәт әйтеп, үҙенең яратҡан йырҙарын өс телдә – рус, мари һәм татар телдәрендә башҡарҙы, тормош юлы тураһында һөйләне.
Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, ул әле урамға ла сыға, хәтере яҡшы, зиһене асыҡ. Үҙенең йәшәү дәрте, ихласлығы менән ул туғандарына ғына түгел, яҡташтарына ла матур өлгө күрһәтә һәм яҡындарының ҡәҙер-хөрмәтендә тыныс, матур ҡартлыҡ кисерә.
Светлана Тоймырҙина.

Мишкә районы.

Бер быуатлыҡ ғүмер байрамын билдәләне
Бер быуатлыҡ ғүмер байрамын билдәләне
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас