Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
22 Апрель , 07:30

Асҡын районы хакимиәте башлығы Мәскәүҙә райондаштарыбыҙ менән осрашты

Асҡын районы хакимиәте башлығы Динис Йосоповтың Мәскәүҙә районыбыҙҙан сыҡҡан кешеләр менән осрашыуы дуҫтарса йылы мөхиттә һөҙөмтәле үтә.

Асҡын районы хакимиәте башлығы Мәскәүҙә   райондаштарыбыҙ менән осраштыАсҡын районы хакимиәте башлығы Мәскәүҙә   райондаштарыбыҙ менән осрашты
Асҡын районы хакимиәте башлығы Мәскәүҙә райондаштарыбыҙ менән осрашты

Диалог барышында Динис Рәдис улы райондың ағымдағы социаль-иҡтисади хәле хаҡында һөйләй,  биш йылға йомғаҡ яһап, киләсәккә төп йүнәлештәрҙе билдәләй. Үҫештең мөһим йүнәлештәре булараҡ инвестиция мөмкинлектәренә һәм туризмды үҫтереүгә айырым иғтибар бүлә. Ҡунаҡтарҙы йәлеп итеүгә һәм төбәк-ара кимәлдә райондың ыңғай  имиджын нығытыуға булышлыҡ иткән “Танып”  шифаханаһының мөминлектәре хаҡында ла һөйләй.  Барлыҡ һорауҙарға яуап биргәс,  яҡташтарҙың башланғыстары һәм тәҡдимдәре буйынса фекер алышалар. Илебеҙҙең баш ҡалаһында  белем алыусы йәштәрҙе уҡып бөткәс, тыуған яҡтарына ҡайтырға саҡыра Динис  Рәдис улы.

Осрашыуҙың мөһим һөҙөмтәһе — Мәскәүҙә Асҡын районы яҡташтар ойошмаһын төҙөү тураһындағы башланғыс  хуплана, был  иһә  бәйләнештәрҙе нығытыуға һәм берлектәге проекттарға тағы бер аҙым буласаҡ.

“Башҡортостан Республикаһының Тулы хоҡуҡлы вәкиллегенә, Мәскәү башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Салауат Зәмил улы Әхмәҙуллинға һәм «Сәсән» автономиялы коммерцияға  ҡарамаған ойошмаһына  сараны ойоштороуҙа булышлыҡ иткәне өсөн рәхмәт белдерәбеҙ. Шулай уҡ осрашыуға ваҡыт табып килеүсе һәр кемгә рәхмәт! Һеҙҙең ҡатнашыуығыҙ, идеяларығыҙ һәм тәҡдимдәрегеҙ районыбыҙ үҫешенә ҙур өлөш булып тора. Алда —  яңы бурыстар. Бергәләп күберәк эшләрбеҙ!” — тип яҙҙы социаль селтәрендә  Динис Рәдис улы.

Асҡын районы хакимиәте башлығы Мәскәүҙә   райондаштарыбыҙ менән осрашты
Асҡын районы хакимиәте башлығы Мәскәүҙә   райондаштарыбыҙ менән осрашты
Асҡын районы хакимиәте башлығы Мәскәүҙә   райондаштарыбыҙ менән осрашты
Асҡын районы хакимиәте башлығы Мәскәүҙә   райондаштарыбыҙ менән осрашты
Асҡын районы хакимиәте башлығы Мәскәүҙә   райондаштарыбыҙ менән осрашты
Асҡын районы хакимиәте башлығы Мәскәүҙә райондаштарыбыҙ менән осрашты
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас