

Конкурсҡа Ҡыйғы, Салауат, Мәсетле, Ҡариҙел, Балаҡатай, Дыуан һәм Асҡын райондарынан ҡатнашыусылар килде.
Мәктәпкәсә йәштәге балалар араһында беҙҙең район исеменән “Күк сәскә” балалар баҡсаһынан Рушания Шәрәфетдинова етәкселегендә Карина Фазлинурова (5 йәш) һәм Эмиль Ғәлләмов (7 йәш), Асҡын 2-се балалар баҡсаһынан Ләйсән Ғәлимова етәкселегендә Ислам Лотфуллин (4 йәш) һәм Лиана Сабирйәнова етәкселегендә Асия Мулләхмәтова ҡатнаша. Уларҙың барыһы ла матур итеп сығыш яһай.
Уҡыусыларҙан бәйгелә Асҡын 1-се урта мәктәбенән 6-сы класс уҡыусыһы Әмир Хәсәнов (етәксеһе Л.Ә Ғәйнелйәнова), 2-се класс уҡыусыһы Ғүмәр Хәсәнов (етәксеһе И.Ә. Хәйруллина), Ҡубияҙ урта мәктәбенән 9-сы класс уҡыусыһы Анжелла Вәлиева (етәксеһе Р.А. Ғәлләмова), Яңы Ҡаҙансы мәктәбенән 5-се класс уҡыусыһы Гөлнур Фазлыева (етәксеһе Л.Э. Фәүзиева) ҡатнаша.
Жюри ағзалары ҡатнашыусыларҙың сығышын ҡарап, еңеүселәрҙе билдәләй.
Балалар баҡсалары араһында Эмиль Ғәлләмов — 1-се, ә Ислам Лотфуллин 2-се урынға лайыҡ тип таба.
Уҡыусылар араһында Әмир Хәсәнов 3-сө урынға лайыҡ була. Афариндар!
Йәш сәсәндәрҙең барыһына ла бәйгелә ҡатнашыусы дипломы менән бүләкләнә.
Эмиль Ғәлләмов, Ислам Лотфуллин һәм Әмир Хәсәнов Дыуан районында үтәсәк конкурстың республика этабында төньяҡ - көнсығыш зонаһы исеменән сығыш яһаясаҡ. Һәләтле малайҙарға тик уңыштар теләйбеҙ!