Йәнтөйәк
+1 °С
Ясно
Антитеррор
Общие статьи
20 Апреля , 13:30

Майҙа республика халҡын өс ҡыҫҡа эш аҙнаһы көтә

Был ҡайһы ваҡытҡа тура киләсәк?    

Добавить в предпочтительные источники Google
Майҙа республика халҡын өс ҡыҫҡа эш аҙнаһы көтәМайҙа республика халҡын өс ҡыҫҡа эш аҙнаһы көтә
Майҙа республика халҡын өс ҡыҫҡа эш аҙнаһы көтә

 Май - байрамдарға бай ай. 

1 Май йомаға тура килә. Биш көнлөк эш аҙнаһында хеҙмәткәрҙәр өс көн рәттән — 1, 2 һәм 3 майҙа ял итә.

Кесаҙна, 30 апрелдә, эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара.

Еңеү көнө 9 май шәмбегә тура килә, шуға бәйле ял көнө дүшәмбегә, 11 майға күсерелә. Республика халҡын ял көндәре 9 – 11 майҙа көтә. Йома, 8 майҙа, эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡартыла.

27 майҙа Башҡортостан халҡы Ҡорбан байрамын билдәләй. Байрам көнө шаршамбыға тура килә.

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.

Автор:Рәмилә Мусина
Автор:
Читайте нас