

16-17 апрелдә М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты тарафынан юғары һәм урта профессиональ белем биреүсе мәғариф ойошмалары студенттары араһында ойошторолған сираттағы «Әсә теле - 2026» республика конкурсы үтте. Сараның башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙыу көнө менән тап килеүе оло әһәмиәткә эйә булды.
Мәртәбәле кокурста Өфө фән һәм технологиялар университетының Бөрө филиалы филология һәм мәҙәниәт- ара коммуникациялар факультетының 4- се курс студенты Юлай Хәйруллин ҡатнашты.
Конкурс бер нисә этапты үҙ эсенә алды. Ситтән һайлап алыу турында ҡатнашыусылар башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса дәрес-план конспекты йәки класс сәғәте эшкәртмәһен тәҡдим итте. Беренсе тур һөҙөмтәләре буйынса 20 финалсы көндөҙгө форматта көрәште дауам итте.
Көндөҙгө тур программаһына Ф. Мостафина исемендәге Өфө ҡала башҡорт гимназияһында асыҡ дәрес күрһәтеү, дәресте үҙанализлау, «Педагогик ринг»та үҙ белеменде күрһәтеүҙә һәм фекеренде яҡлауҙа көс һынашыу, башҡорт теле һәм әҙәбиәте, уҡытыу методикаһы буйынса тест һорауҙарына яуап биреү, шулай уҡ өс минуттан артмаған «Буласаҡ уҡытыусы» медиавизиткаһын тәҡдим итеү кеүек һынауҙар инде.
Асҡын егете Юлай Әғәмәл улы был һынауҙарҙы уңышлы үтте. Жюри ағзалары уның һөнәри оҫталығын юғары баһаланы.
Конкурстың абсолют еңеүсеһе тип Өфө фән һәм технологиялар университетының Бөрө филиалы филология һәм мәҙәниәт-ара коммуникациялар факультетының 4 -се курсы студенты Юлай Хәйруллин танылды. Ул барлыҡ конкурс һынауҙарын уңышлы үтте һәм юғары профессиональ компетенцияларға эйә булыуын күрһәтте.
Юлай Хәйруллин Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының Рәхмәт хаты менән билдәләнде һәм 25 мең һумлыҡ сертификатҡа эйә булды. Студентыбыҙҙы оло еңеүе менән ихлас ҡотлайбыҙ! Киләсәктә уның башҡорт телен үҫтереүсе һәм республикабыҙ мәнфәғәтен яҡлаусы шәхес булырына ышанабыҙ.
Ғәлиә Ғәниева.
Бөрө ҡалаһы.