Йәнтөйәк
+5 °С
Облачно
Антитеррор
Общие статьи
19 Апреля , 05:45

Солтанбәктә халыҡтар берҙәмлеге тантана итә

18 апрелдә Солтанбәк ауылы китапханаһында «Китапхана төнө -2026» Бөтә  Рәсәй акцияһы үтте. Сара илебеҙҙә иғлан ителгән Халыҡтар берҙәмлеге йылына арналып, «Халыҡтар берҙәмлеге — Рәсәй көсө» тигән девиз аҫтында ойошторолдо.

Добавить в предпочтительные источники Google
Солтанбәктә халыҡтар берҙәмлеге тантана итәСолтанбәктә халыҡтар берҙәмлеге тантана итә
Солтанбәктә халыҡтар берҙәмлеге тантана итә

Китапханасы Дилбәр Мазһарова барыһын да сәләмләгәндән һуң,  сараға килеүселәрҙе Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылы тураһында  бай йөкмәткеле  презентация менән таныштырҙы.

Артабан төрлө милләт кейемдәрендә килеүсе күп бала тәрбиәләүсе ғаиләләр балалары менән викторина һорауҙарына яуап бирҙе, "Төрлө телдәр — бер йән", "Тылсымлы һүҙҙәр", "Орнаменталь код" ижади оҫтаханаһында ҡатнашты.

 Сара Рәсәй халыҡтарының флешмобы менән тамамланды.

Кисә барышында солтанбәктәр халыҡтар дуҫлығын, төрлө милләт йолаларын һәм мәҙәниәтен данланы.
Китапхана — ул тик китаптар йорто ғына түгел, ә халыҡтарҙы һәм күңелдәрҙе берләштереүсе рухи үҙәк булыуын тағы бир тапҡыр иҫбатланы солтанбәктәр.

Киләсәктә лә шулай берҙәм, татыу булып, рухлы саралар менән күңелегеҙҙе байытып, йәш быуынға үрнәк булып йәшәгеҙ!

Наилә Имаева.

Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас