Йәнтөйәк
+5 °С
Облачно
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Общие статьи
19 Апреля , 17:20

Дүрт баҫмабыҙ “Рәсәй матбуғатының алтын фонды"на инде

Гәзит-журналдарыбыҙ менән ғорурлана алабыҙ.  

Дүрт баҫмабыҙ “Рәсәй матбуғатының алтын фонды"на индеДүрт баҫмабыҙ “Рәсәй матбуғатының алтын фонды"на инде
Дүрт баҫмабыҙ “Рәсәй матбуғатының алтын фонды"на инде

16 апрелдә Мәскәүҙә Бөтә Рәсәй “Сифатлы матбуғат. Яңы ысынбарлыҡта тормош” эшлекле форумда “Рәсәй матбуғатының алтын фонды-2026” проект еңеүселәрен тәбрикләү сараһы үтте.

Конкурста илебеҙҙең гәзит һәм журналдар сығарыусы 60 ойошмаһы ҡатнашты. Жюри баһалауы һөҙөмтәләренә ярашлы, уларҙың яртыһы 1-се дәрәжә отличие билдәһенә лайыҡ булды. Был иһә баҫма сараларҙың юғары сифаты тураһында һөйләй.

Башҡортостандан еңеүселәр рәтендә “Аҡбуҙат” балалар республика журналы, “Путь Октября”, “Зианчуринские зори”, “Альшеевские вести” район һәм ҡала баҫмалары аталды.

Рәсәйҙең Һанлы үҫеш  министрлығының ваҡытлы матбуғат һәм китап индустрияһына дәүләт ярҙамы Департаментының директор урынбаҫары Светлана Дзюбинская әйтеүенсә, отличие билдәһе менән уҡыусыларын сифатлы контент, дизайн менән йәлеп иткән, дөрөҫ мәғлүмәт биргән, социаль селтәрҙә танылған майҙансыҡтар биләгән гәзит-журналдар наградлана.

Марсель Байдәүләтов.

Автор фотоһы.

 https://bashgazet.ru/articles/g-zitk-ya-ylyu/2026-04-16/d-rt-ba-maby-r-s-y-matbu-atyny-altyn-fondy-na-inde-4654786

Дүрт баҫмабыҙ “Рәсәй матбуғатының алтын фонды"на инде
Дүрт баҫмабыҙ “Рәсәй матбуғатының алтын фонды"на инде
Автор:
Читайте нас