Йәнтөйәк
+5 °С
Облачно
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Общие статьи
19 Апреля , 05:15

Быйылғы йәй ниндәй булыр?

Майҙа ҡырауҙар, ә йәй уртаһында…

Быйылғы йәй ниндәй булыр?Быйылғы йәй ниндәй булыр?
Быйылғы йәй ниндәй булыр?

Синоптиктар прогнозы буйынса, май байрамдарында һыуыҡтар көтөлә, төндәрен 0…-3 градус, көндөҙ +15 градус тирәһе күҙаллана, шуның өсөн ялығыҙҙы планлаштырыр алдынан һауа торошо менән алдан танышып алыу ҡамасауламаҫ.  Майҙың икенсе яртыһы ямғырлы була, ти синоптиктар. Һауа температураһы +18 градустан артмай.

Июнь һәм июлдә сағыштырмаса эҫе көтөлә. Рәсәй Гидрометүҙәк фаразы буйынса, был айҙарҙа уртаса температура климатик норманан юғары була. Яуым-төшөм  норманан артмай.

Августа эҫелек бер аҙ кәмей. Яуым-төшөм күп була, йәйҙең һуңғы айында ул норманан артып китә. Бигерәк тә республиканың көньяҡ тарафтарында күп яуа.

 

Наилә Имаева фотоһы.

Автор:Аклима Гизатуллина
Автор:
Читайте нас