Йәнтөйәк
+8 °С
Облачно
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Общие статьи
18 Апреля , 07:05

Асҡында "Йәшел Башҡортостан" гөрләне

Бөгөн “Йәшел Башҡортостан” акцияһы сиктәрендә Асҡын ауылында ойошторолған өмә байрам төҫөн алды. Ағас ултыртыусыларҙың балалары менән килеүе бигерәк һөйөндөрҙө. Тимәк, киләсәк быуын Ер-әсәбеҙҙе йәшелләндереү йолаһын йөрәгенә һеңдереп үҫә. “Халыҡтар берҙәмлеге” аллеяһына ултырҡан ағастарыбыҙ шаулап үҫһен, уларға ҡарап барыһы ла  һөйөнһөн!  

Асҡында  "Йәшел Башҡортостан" гөрләнеАсҡында  "Йәшел Башҡортостан" гөрләне
Асҡында "Йәшел Башҡортостан" гөрләне

 

Иртә менән район үҙәге учреждение һәм ойошма коллективтары, әүҙем халыҡ “Йәшел Башҡортостан” акцияһы уҙасаҡ майҙанға — “Йәшлек” паркы алдына йыйылды.

 Өмә байрам төҫөн алды. Дәртле йыр-моңдары менән район Мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре  автоклуб ярҙамында өмәселәрҙең кәйефен күтәрҙе, берҙәм эшкә дәртләндерҙе.

Сараға йыйылыусыларҙы район хакимиәте башлығы Динис Йосопов һәм Башҡортостан Республикаһының ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Лилиә Кәримова  тәбрикләп, йылдан-йыл “Йәшел Башҡортостан” акцияһының киңерәк майҙанды яулай барыуы хаҡында һөйләне һәм бөгөнгө  акцияла асҡындарҙың ғаилә менән ҡатнашыуына һөйөнөс белдерҙе.Тимәк, киләсәк быуын Ер-әсәбеҙҙе йәшелләндереү йолаһын йөрәгенә һеңдереп үҫә. Ағастарыбыҙ шаулап үҫһен, уларға ҡарап быуын-быуын баймаҡтар һөйөнһөн!

Сара сиктәрендә шулай уҡ «Ҡоштар өсөн йорт» район ижади конкурсында ҡатнашыусыларҙы бүләкләү тантанаһы үтте.  Асҡын ауылынан Әлфир Ғиләжев һәм Саетовтар ғаиләһедиплом һәм Рәхмәт хаты  менән бүләкләнде.

Эштән һуң теләгән һәр кем Асҡын 2-се һәм  «Күк сәскә» балалар баҡсаһы коллективтары  бешереп әҙерләгән бутҡа һәм   ҡайнар сәй менән һыйлана алды.

 

Асҡында  "Йәшел Башҡортостан" гөрләне
Асҡында  "Йәшел Башҡортостан" гөрләне
Асҡында  "Йәшел Башҡортостан" гөрләне
Асҡында  "Йәшел Башҡортостан" гөрләне
Асҡында  "Йәшел Башҡортостан" гөрләне
Асҡында  "Йәшел Башҡортостан" гөрләне
Асҡында "Йәшел Башҡортостан" гөрләне
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас