Йәнтөйәк
+11 °С
Облачно
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Общие статьи
17 Апреля , 05:25

Бөгөн – Милли кейем көнө!

Байрам менән ҡотлап, төркөмдәштәребеҙҙе милли кейем реконструкторы Гөлсөм Хөсәйенова бар иткән матурлыҡ донъяһы менән таныштырабыҙ.

Бөгөн – Милли кейем көнө!Бөгөн – Милли кейем көнө!
Бөгөн – Милли кейем көнө!

Милли кейемебеҙ тарихын өйрәнгән, уны тергеҙергә тотонған оҫталарыбыҙ күбәйә барыуы менән даланлыбыҙ. Уларҙың береһе – Гөлсөм Хөсәйенова, милли кейем реконструкторы. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының боронғо, уникаль, фәнни тел менән әйткәндә, аутентик кейем өлгөләрен тергеҙеүсе ул.

Боронғо ҡомартҡыларҙы өйрәнеп, халҡыбыҙҙың матди хазинаһын ҡайтанан бар итеүгә ҡулы ғына түгел, йөрәге көсөн дә, матди сығымын да йәлләмәй һала оҫта. Милли костюмыбыҙҙы тергеҙеү, популярлаштырыу менән ҡыҙыҡһынған, ошо изге ғәмәлгә тотонған һәр кем өсөн уның исеме ят түгел. Оҫта үҙенең тотош милли кейем комплекстарын булдырыуы менән билдәле.

Байрам менән ҡотлап, төркөмдәштәребеҙҙе Гөлсөм Хөсәйенова (аҙаҡҡы фотола - һулда) бар иткән бай матурлыҡ донъяһы менән таныштырабыҙ. Фотоһүрәттәрҙә – ҡыҙы Сулпан менән әхирәттәре ул ижад иткән кейемдәрҙә.

(Г. Хөсәйенованың шәхси архивынан алынған, шулай уҡ Людмила Камнева төшөргән фотолар).

Автор:Равиля Гатауллина

Автор:
Читайте нас