Йәнтөйәк
+14 °С
Облачно
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Общие статьи
17 Апреля , 06:57

Асҡындар диктант яҙҙы

"Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант-2026"  акцияһына Асҡын районы халҡы һәр ваҡыттағыса  дәррәү ҡушылды.     #башҡорттелендәдиктант #башдиктант #башдиктант2026 #диктантпобашкирскомуязыку #башҡортсадиктантяҙам

Асҡындар диктант яҙҙыАсҡындар диктант яҙҙы
Асҡындар диктант яҙҙы

Быйыл диктант текстары Рәсәй халыҡтарының берҙәмлек йылына, Башҡортостанда иғлан ителгән Ҙур һәм татыу ғаилә йылына, шағир һәм мәғрифәтсе Ғәли Соҡоройҙоң тыуыуына 200 йыл тулыуға арналды.

Асҡын Биләмә-ара үҙәкләштерелгән китапхана  «Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант – 2026» акцияһын үткәреү майҙансыҡтарының береһе булды. Бында башҡорт теленән үҙҙәренең белемен тикшереп ҡарарға Асҡын мәғлүмәт үҙәге, Биләмә-ара үҙәкләштерелгән китапхана  хеҙмәткәрҙәре килде. Уларҙың барыһы ла Башҡортостан юлдаш телевидениеһы  буйынса Мөнир Ҡунафиндың “Беҙҙең көс” тигән башҡорт телендә иркен аралашыусылар өсөн тәғәйенләнгән  диктантты ҡурайсы, педагог, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының Башҡорт музыкаһы факультеты деканы, Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы Азат Миңлеғәле улы Айытҡолов  етәкселегендә яҙҙы.

— Илһөйәрлек, батырлыҡ, милләт-ара дуҫлыҡ менән һуғарылған был тексты ғорурланып яҙҙыҡ. Һәр һөйләмдә халҡыбыҙҙың берҙәмлеге, рух ныҡлығы, егеттәрҙең ҡыйыулығы, ысын патриот булыуы сағыла, — тин диктант яҙыусылар.

Кемдәр диктантты   майҙансыҡтарға килеп, йәки тура  эфирҙа яҙып өлгөрмәгән, эфирҙың яҙмаһы bashdictant.ru  сайтында урынлаштырыласаҡ. Уны ҡарап, диктантты 2026 йылдың 17 апрелдең 23:59 сәғәтенә тапшырырға мөмкин.

Бөтә теләүселәрҙе акцияла ҡатнашырға саҡырабыҙ!

#башҡорттелендәдиктант

#башдиктант

#башдиктант2026

#диктантпобашкирскомуязыку

#башҡортсадиктантяҙам

 

Асҡындар диктант яҙҙы
Асҡындар диктант яҙҙы
Асҡындар диктант яҙҙы
Асҡындар диктант яҙҙы
Асҡындар диктант яҙҙы
Асҡындар диктант яҙҙы
Асҡындар диктант яҙҙы
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас