Йәнтөйәк
+5 °С
Облачно
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Общие статьи
16 Апреля , 17:05

Афарин, Ҡадир!

С.Д. Пономарев исемендәге Асҡын 1-се урта мәктәбенең 7-се  класс уҡыусыһы Ғәлиев Ҡадир (етәксеһе Э.Ғ. Лотфуллина)   Иҫке Балтас ауылында үткән "Харисов уҡыуҙары-2026" муниципаль-ара ғилми-ғәмәли конференцияһында ҡатнашты.

Афарин, Ҡадир!Афарин, Ҡадир!
Афарин, Ҡадир!

2024 йылдан  район-ара статусын алған был сарала 15 район һәм өс ҡала вәкилдәре ҡатнаша. Конференцияға республика Мәғариф министрлығының бүлек мөдире Гөлназ Усманова һәм "Йәшлек" гәзитенең бүлек мөдире Зөһрә Йәһүҙинаның килеүе сараға тағы ла мәртәбә өҫтәй.

 Конференцияла ҡатнашыусылар жюри хөкөмөнә үҙҙәренең ғилми-тикшеренеү эштәрен, әҫәрҙәрен һәм эсселарын тәҡдим итә. Улар Ә. Харисовтың биографияһын, ижадын һәм әҫәрҙәрен өйрәнә һәм анализлай. Уҡытыусылар иһә дәрестәр һәм кластан тыш саралар әҙерләй.

Был сарала С.Д. Пономарев исемендәге Асҡын 1-се урта мәктәбенең 7-се  класс уҡыусыһы Ғәлиев Ҡадир ҡатнаша. Ул уҡытыусыһы Эльвира Ғәли ҡыҙы Лотфуллина етәкселегендә  башҡорт телендә "Эссе" йүнәлеше буйынса ижади эш башҡарып, 2-се урынға лайыҡ була.

Телһөйәр Ҡадирҙы һәм уның етәксеһе Эльвира Ғәли ҡыҙын лайыҡлы сығыш яһап, 2-се урын яулауҙары менән ҡотлайбыҙ һәм артабан да уңыштар теләп ҡалабыҙ!

 

Афарин, Ҡадир!
Афарин, Ҡадир!
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас