Общие статьи
15 Апреля , 11:35

Йәш сәсәндәр бәйге тотто

Бөгөн С. Д. Пономарев исемендәге Асҡын 1-се урта мәктәбендә “Урал батыр” эпосын башҡарыусы йәш сәсәндәрҙең район конкурсы үтте.  

Йәш сәсәндәр бәйге тоттоЙәш сәсәндәр бәйге тотто
Йәш сәсәндәр бәйге тотто

Матур традицияға әйләнгән был сара  башҡорт халыҡ ижадының иң яҡшы өлгөләрен һаҡлау һәм таратыу, башҡорт халҡының тарихи һәм мәҙәни мираҫына һөйөү тәрбиәләү, сәсәндәр мәктәбен үҫтереүҙе, һәләтле балаларға ярҙам итеүҙе күҙ уңында тота.

Халҡыбыҙҙың рухи мираҫы булған мәшһүр «Урал батыр» эпосын яттан һөйләү – район конкурсының төп шарттарының береһе. Йәш сәсәндәр был һынауҙы уңышлы үтте. Улар жюри ағзалары алдында сығыш яһап, оҫталыҡтарын күрһәтә алды. 

Сараны Нурзидә Таһирова менән Нурсолтан Ғәлимов алып барҙы.

 Бәйгелә барыһы ете  уҡыусы ҡатнашты: Ҡыйғаҙы урта мәктәбенән 6-сы класс уҡыусыһы Наҙгөл Хәсәнова (етәксеһе Л.Р. Имаметдинова), С.Д. Пономарев исемендәге  Асҡын 1-се урта мәктәбенән 6-сы класс уҡыусылары Әмир Хәсәнов һәм Әнүәр Мулләхмәтов (етәкселәре Л.Ә Ғәйнелйәнова), 2-се класс уҡыусыһы Ғүмәр Хәсәнов (етәксеһе Ил.Ә. Хәйруллина), Ҡубияҙ урта мәктәбенән 9-сы класс уҡыусыһы  Анжелла Вәлиева (етәксеһе Р.А. Ғәлләмова), Иҫке Ҡаҙансы урта мәктәбенән  6-сы класс уҡыусыһы Нурия Тимерғәлиева һәм 5-се класс уҡыусыһы Нияз Ғәлиев (етәкселәре А.Т. Әхмәтова).

Район  мәғариф  бүлеге методисы  Гөлмирә Рәжәпова етәкселегендә жюри ағзалары бәйгеселәрҙең сығышын баһалап, еңеүселәрҙе билдәләне. Башҡорт телен, эпостың нескәлектәрен белгән жюри ағзалары ятлау күләменән тыш, балаларҙың артистизмына ла иғтибар бүлде. 

Бәйгенең Гран-прийына Яңы Ҡаҙансы мәктәбенән  5-се класс уҡыусыһы Гөлнур Фазлыева (етәксеһе Л.Э. Фәүзиева) лайыҡ булды.

1-се урынға  Әмир Хәсәнов, Ғүмәр Хәсәнов (Асҡын 1-се мәктәбе; етәксе Л. Ғәйнелйәнова), Анжелла Вәлиева (Ҡубияҙ  мәктәбе;етәксе Р.Ғәлләмова),

2-се урынға  Наҙгөл Хәсәнова (Ҡыйғаҙы  мәктәбе; етәксе Л.Имаметдинова) һәм Мулләхмәтов Әнүәр ( Асҡын 1-се мәктәбе ; етәксе Л.Ғәйнельянова),

3-сө урынға   Нурия Тимерғәлиева һәм Нияз Ғәлиев (Иҫке Ҡаҙансы мәктәбе; етәксе Ә.Әхмәтова) сыҡты.

Конкурс еңеүселәре һәм призерҙары район мәғариф бүлегенең маҡтау ҡағыҙҙарына лайыҡ булды.

Уҡыусыларға һәм уларҙың етәкселәренә артабан да яңы үрҙәр, ҙур еңеүҙәр теләйбеҙ!

Киләсәктә лә  егет һәм ҡыҙҙарҙың  шулай илһөйәр,телһөйәр булып  ҡалыуҙарын  теләйбеҙ!

 

Йәш сәсәндәр бәйге тотто
Йәш сәсәндәр бәйге тотто
Йәш сәсәндәр бәйге тотто
Йәш сәсәндәр бәйге тотто
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас