

Район мәғариф бүлеге методисы Лилиә Миңлеғәлиева сараны асып, барыһын да сәләмләне һәм бәйгенең маҡсаты менән таныштырҙы, йәш бәйгеселәргә уңыштар теләне.
Эпосты яттан һөйләүселәр араһында туғыҙ бәйгесе көс һынашты. Етди әҙерлек күҙгә ташланды. Барыһы ла милли кейемдәрҙә килеп, эпосҡа ярашлы образдар булдырғайны.
Шуныһын да билдәләп үтеү зарур: иң кескәй ҡатнашыусыға дүрт йәш булһа, өлкәненә ете йәш ине.
Быйылғы бәйгегә Эмиль Ғәлләмов «Урал батыр»ҙан 113 юл ятлап килгән. Талантлы малай ҡубыҙҙа ла уйнап күрһәтте. Киләсәктә зирәк бәләкәстән ҙур кимәлдәге бәйгеләр еңеүсеһе үҫеп сығыуын теләйбеҙ.
Дүрт йәшлек Ислам Лотфуллин иһә 30 юл ятлап, һыбыҙғы ҡысҡыртып һәм бәләкәй барабанда һуғып күрһәтеп, барыһын да һоҡландырҙы.
Башланғыс бар икән, конкурс артабан да йәшәйәсәк тигән һүҙ был. Кескәйҙәрҙе бәйгегә әҙерләгән тәрбиәселәргә һәм балаларының үҫешенә һәр яҡлап ярҙам итеүсе ата-әсәләргә ҙур рәхмәт.
Район мәғариф бүлеге методисы Гөлмирә Рәжәпова етәкселегендә жюри ағзалары бәйгеселәрҙең сығышын баһалап, еңеүселәрҙе билдәләне. Башҡорт телен, эпостың нескәлектәрен белгән жюри ағзалары ятлау күләменән тыш, балаларҙың артистизмына ла иғтибар бүлде.
Балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре араһында Гран-приға Асҡын ауылының “Күк сәскә” балалар баҡсаһынан Эмиль Ғәлләмов (етәксеһе Р.Ә. Шәрәфетдинова) лайыҡ булды.
1-се урынға — Асҡын 2-се балалар баҡсаһынан Лотфуллин Ислам ( етәксеһе Л.З. Ғәлимова),
2-се урынға — “Күк сәскә” балалар баҡсаһынан Карина Фазлинурова (етәксеһе Р.Ә. Шәрәфетдинова) һәм Асҡын 2-се балалар баҡсаһынан Асия Мулләхмәтова (етәксеһе Л.И. Сабирйәнова),
3-сө урынға — Асҡын 2-се балалар баҡсаһынан Карина Миңләхмәтова, Алина Хоҙаярова, Амелия Хисаметдинова ( етәкселәре Л.И. Сабирйәнова) сыҡты.
Асҡын 2-се балалар баҡсаһынан Элмир Юнысов менән Урмияҙ ауылы балалар баҡсаһынан Әнүәр Ризуанов ҡатнашыусы дипломы менән бүләкләнде.
— Балалар баҡсаларында тәрбиәләнеүселәр араһында мәшһүр эпосыбыҙҙы яттан һөйләү конкурсы уҙғарыуҙың әһәмиәте бик ҙур. Ул фекерләү, телмәр, хәтер-зиһен үҫешенә йоғонто яһап ҡына ҡалмай, халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижадын һаҡлауға булышлыҡ итә, тыуған төйәк тарихын һәм мәҙәниәтен өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу, мәҙәни ҡомартҡыларыбыҙға ихтирам тойғоһо уята. Шуныһы ҡыуаныслы: йылдан-йыл ҡатнашыусылар ишәйә, бәйге дәррәү, сәмле төҫ ала бара. Элекке йылдарҙа ҡатнашҡан конкурсанттарҙың эпик әҫәрҙе артабан үҙләштереп, оҫтарып, батырайып, телдәре шымарып килеүен, йәғни үҫеш барлығын күреү һөйөнөслө, — тип һөйләне еңеүселәрҙе тәбрикләгәндә район мәғариф бүлеге начальнигы Зөлфирә Рәдис ҡыҙы Селянина.
Конкурс еңеүселәре һәм призерҙары район мәғариф бүлегенең маҡтау ҡағыҙҙарына һәм бүләктәренә лайыҡ булды.
Еңеү яулаусы балалар Асҡын районы данын Ҡыйғы районында уҙасаҡ төбәк бәйгеһендә яҡлаясаҡ.
Уҡыусыларға һәм уларҙың етәкселәренә артабан да яңы үрҙәр, ҙур еңеүҙәр теләйбеҙ!