Общие статьи
15 Апреля , 14:00

Файҙалы ла, ябай ҙа, арзан да: һоло кеүәҫе әҙерләп эсәйек!

Бындай кеүәҫ яраларҙы бөтәштереү, шәкәрҙе, холестеринды кәметеү, үт бүленеүҙе, ашҡаҙан аҫты биҙенең эшмәкәрлеген яйға һалыу, май, матдәләр алмашыныуын көйләү, ашҡаҙан ауыртыуын бер ни тиклем баҫыу, тирене шымартыу, шешенеүҙе булдырмау, иммунитетты нығытыу, күреүҙе яҡшыртыу үҙенсәлектәренә лә эйә. Гүзәл Итбаева рецебын яҙып алығыҙ.

Файҙалы ла, ябай ҙа, арзан да: һоло кеүәҫе әҙерләп эсәйек!Файҙалы ла, ябай ҙа, арзан да: һоло кеүәҫе әҙерләп эсәйек!
Файҙалы ла, ябай ҙа, арзан да: һоло кеүәҫе әҙерләп эсәйек!

"Йәйге эҫелә ҡоро сөпрәле (пакмай ише) кеүәҫ эскәнсе тип, һоло менән эшләп ҡарарға булдыҡ. Файҙалы ла, ябай ҙа, арзан да. Интернетта бик күп төрлө рецепт менән видеолар бар. Әммә ошо ысул менән эшләнгәнен бик тәмле лә, тиҙ ҙә, шифалы ла тип таптыҡ.

3 литрлы банкаға 400 грамм йыуылған һоло, 4 аш ҡалағы шәкәр һәм таҙа һыуыҡ һыу ҡойорға. Өҫтөн ябып, һоло әсегәнсе (3-4 көн тирәһе) бүлмә температураһында тоторға. Шәкәр урынына 50 грамм йөҙөм менән 2 аш ҡалағы бал һалырға ла мөмкин.

Әҙер эсемлекте һөҙөп алып, һыуытҡыста һаҡлайбыҙ. Бындай кеүәҫте эсеүгә сикләү юҡ, һыуһағанда ла, ас ҡарынға ла ҡулланырға була.

Тәү сиратта ул ҡан өсөн файҙалы: шәкәрҙе һәм холестеринды түбәнәйтә. Авитаминоз һәм мәтдәләр алмашыныу мәлендә организмға ярҙам итә. Теш эмален нығыта. Ябығырға теләүселәргә лә "тиҙ ярҙам".

Әҙер һоло кеүәҫен көнө буйына теләгәнсә эсергә мөмкин. Ул эскә шифа булып төшә: организмды йылдар буйы йыйылған зарарлы матдәләрҙән таҙарта. Йыш ашағанда дөйөм хәлде яҡшырта, кәйефте күтәрә, сыҙамлылыҡты арттыра, ғөмүмән, сәләмәтлекте нығытырға булышлыҡ итә.

Бынан тыш, һоло кеүәҫе яраларҙы бөтәштереү, үт бүленеүҙе, ашҡаҙан аҫты биҙенең эшмәкәрлеген яйға һалыу, май, матдәләр алмашыныуын көйләү, ашҡаҙан ауыртыуын бер ни тиклем баҫыу, тирене шымартыу, шешенеүҙе булдырмау, иммунитетты нығытыу, күреүҙе яҡшыртыу үҙенсәлектәренә лә эйә икәнлеген интернет мәғлүмәтенән белдем.

Бер ыңғайҙан 5-6 банка ултыртырға кәрәк. Тиҙ бөтә әтеү, ныҡ тәмле була", - тип хәбәр итә Гүзәл Итбаева.

Сығанаҡ: Гузәл Итбаева.

Автор:Карима Усманова
Автор:
Читайте нас