Общие статьи
15 Апреля , 14:50

Балаларыбыҙ яҡлаулы булһын

Өфөгә илдең Бала хоҡуҡтары буйынса вәкилдәре йыйылды. Съезда ҡаралған төп темаларҙың береһе – социаль етемлекте иҫкәртеү. 

Балаларыбыҙ яҡлаулы булһынБалаларыбыҙ яҡлаулы булһын
Балаларыбыҙ яҡлаулы булһын

Бөгөн Өфөлә Бөтә Рәсәй бала хоҡуҡтары буйынса вәкилдәр съезы башланды. Сараның төп маҡсаты – бала хоҡуҡтары буйынса вәкилдәр институтының үҫеше һәм балалар, ғаиләләр хоҡуҡтарын яҡлау менән бәйле көнүҙәк мәсьәләләр тураһында һөйләшеү.

Съезда 600-ҙән ашыу вәкил ҡатнаша, ике меңдән ашыу кеше сараны онлайн ҡарай. Был – матур йолаға әүерелгән, ғаиләне һәм балаларҙы яҡлау өлкәһендәге тәжрибә менән уртаҡлашыу, ҡарарҙарҙы эшләү йәһәтенән фекерҙәр уртаҡлашыу өсөн файҙалы осрашыу.

Съезда ҡаралған төп темаларҙың береһе – социаль етемлекте иҫкәртеү. Был йәһәттән ведомство-ара эш итеүҙе камиллаштырыу, ата-әсәләргә һәм балаларға ярҙам өсөн ғаиләләргә булышлыҡ итеү сараларын үҫтереү, ата-әсәләрҙе һәм балаларҙы суд яҡлауы, үҫмерҙәр менән эшләүҙең һөҙөмтәле алымдары, тәжрибәләр ҡулланыла.

Съезд барышында төрлө пленар кәңәшмәләр, фекер алышыу өсөн майҙансыҡтар, проект сессиялары, панель дискуссиялар һәм оҫталыҡ дәрестәре ойошторола. Хоҡуҡи белем, ғаиләләргә, балаларға ярҙам, шулай уҡ ведомстволарҙың, мәғариф, медицина ойошмаларының иҫкәртеү эшендә ҡатнашыуы йәһәтенән дискуссия майҙансыҡтары эше бара.

Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән килгән бала хоҡуҡтары буйынса вәкилдәр үҙҙәренең тәжрибәһе менән уртаҡлаша. Шуныһы үҙенсәлекле: һәр ҡатнашыусы үҙенең идеяларын еткерә һәм коллегаларының тәжрибәһен өйрәнеү мөмкинлегенә эйә.

“Торатау” конгресс-холында үҫмерҙәр үҙәктәренең күргәҙмәһе һәм Башҡортостан Республикаһының күргәҙмә-йәрминкәһе урынлашҡайны. Уны Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров,

“Бәхет биләмәһе”, “Өфө хосписы” һәм Воскресенск соборы” хәйриә фондтарының попечителлек советтары рәйесе Каринэ Хәбирова, Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Мария Львова-Белова, Рәсәйҙең Генераль прокуроры урынбаҫары Николай Шишкин, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев, Башҡортостандағы бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Ольга Панчихина һәм башҡалар ҡараны, күргәҙмәлә ҡатнашыусылар менән аралашты.

Арт-пленар ултырышта Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Мария Львова-Белова сарала ҡатнашыусыларға Рәсәй Президенты Владимир Путиндың сәләмен еткерҙе һәм Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа, республика Хөкүмәтенә, Рәсәй Генераль Прокуратураһына съезды ойошторғандары өсөн рәхмәт белдерҙе. Мария Львова-Белова быйыл Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил вәкәләттәрен үтәүенә биш йыл тулыуы хаҡында әйтте һәм сығышында ошо ваҡыт эсендәге атҡарылған күрһәткестәр - социаль етемлек, үҫмерҙәр менән эшләү, ихата спортының үҫеше һәм башҡалар - тураһында ла һөйләне.

– Беҙҙең эшмкәрлегебеҙ Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡуйған мәсьәләләрҙе хәл итеүгә йүнәлтелгән, - тине ул.  

Башҡортостан иһә илдә көслө ғаилә сәйәсәте менән билдәле. Республикала 100-ҙән ашыу милләт татыу йәшәй. Күп балалы ғаиләләр һаны 73 меңдән ашыу. 200 мең тирәһе ғаилә социаль ярҙамдың 50 тирәһе төрөнән файҙалана.

Республикала һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балаларға ла етди иғтибар бүленә. 2024 йылда “Салют” балаларҙы реабилитациялау комплексы асылды. Беҙҙә балаларға медицина ярҙамының алдынғы технологиялары тормошҡа ашырыла. Республика балалар клиник дауаханаһы Рәсәйҙең иң яҡшы педиатрияһы клиникаһы тип танылды. Балалар онкологияһы һәм гемотологияһы үҙәге асылды һәм унда елек мейеһен күсереп ултырталар.

Мәктәптәрҙә балалар хәүефһеҙлеген тәьмин итеү системаһы көсәйтелде. 159 мәктәп көслө һаҡ аҫтына күсерелде. Белем биреү ойошмаларында өҫтәмә тәрбиә һәм иҫкәртеү саралары индерелде.  

Әйткәндәй, кисә Рәсәй Президенты Владимир Путин үҙенең Указы менән Мария Львова-Белованы “Балаларҙы яҡлау фонды” рәйесе итеп тәғәйенләне. Ул – күп балалы әсә: үҙенең биш балаһы бар һәм тағы биш баланы тәрбиәгә алғандар. Бала хоҡуҡтары буйыса тулы хоҡуҡлы вәкилдең опекаһында – һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән 13 бала.

Мария Львова-Белованың эшмәкәрлеге һәр саҡ ғаиләләргә, бигерәк тә үҙенсәлекле бала тәрбиәләгәндәренә ярҙам итеү һәм күп балалыҡ ҡиммәттәрен алға этәреү менән бәйле. Был яңы тәғәйенләү дәүләт омбудсмены һәм йәмәғәт-дәүләт фонды эшен тығыҙ бәйләнештә алып барыу мөмкинлеген бирә.

ФЕКЕР:

Альбина ҠАСИМХАНОВА, Башҡортостан Башлығының социаль сәйәсәт буйынса кәңәшсеһе, төбәк сервис тулы хоҡуҡлы вәкиле:

- Ғаилә менән балалыҡтың именлеге – Башҡортостан Республикаһында төп индикаторҙарҙың береһе. Республикала бәлиғ булмағандар мәнфәғәтенә тормошҡа ашырылған барлыҡ проекттар ҙа статистика мәғлүмәттәрендә объектив сағылыш таба.

Башҡортостанда социаль етемлек кимәленең кәмеүенә тотороҡло ҡараш булдырыла. Һуңғы биш йылда етем балалар һаны 19 процентҡа аҙайҙы, шул уҡ ваҡытта социаль етемлек 22 процентҡа кәмене. Бөгөн атай-әсәй ҡарауынан ҡалған балаларҙың 94 проценты хәстәрлек күрһәтергә әҙер ғаиләләрҙә йәшәй. Был – төбәктә алып барылған ғаилә формаларының үҫешенә һәм уларға ярҙам итеү буйынса системалы эштең төп һөҙөмтәләренең береһе.

Автор фотолары.Автор:Айһылыу Низамова

 
Балаларыбыҙ яҡлаулы булһын
Балаларыбыҙ яҡлаулы булһын
Балаларыбыҙ яҡлаулы булһын
Автор:
Читайте нас