Йәнтөйәк
+3 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Общие статьи
13 Апрель , 05:35

Яуҙаштарын хәүефтән аралай

“Төрөк” – тәжрибәле БПЛА операторы.

Яуҙаштарын хәүефтән аралайЯуҙаштарын хәүефтән аралай
Яуҙаштарын хәүефтән аралай

“Төрөк” позывнойлы FPV-дрон операторы бер ай эсендә 27 гексакоптерҙы юҡҡа сығарған. Башҡортостан юлдаш телевидениеһының хәрби хәбәрсеһе Азат Саҙрыев пилотһыҙ системалар батальонында булып, яугир тураһында сюжет эшләгән.

“Төрөк” подразделениеның тәжрибәле дрон йөрөтөүселәре иҫәбенә инә. Элек ул ер өҫтө техникаһын юҡ итеүҙә ҡатнашҡан, ә хәҙер һауалағыларҙы хәүефһеҙләндерә һәм йәш яугирҙәрҙе өйрәтә.

– Осоу маршруттарын, бейеклекте өйрәнергә, һауа шарттарын иҫәпкә алырға кәрәк. Томан эсендә эшләү ҡатмарлыраҡ, шулай ҙа хәл итәбеҙ – бының өсөн технологиялар бар. Ҡояшлы көндәрҙә дошман дрондары юғары күтәрелә. Һәр ваҡыт өйрәнәһең, камиллашаһың, – тип бәйән итә хәбәрсегә “Төрөк”.

Батальон штабы начальнигы “Альф” шуны билдәләй: подразделениеның штабы ер аҫтында урынлашҡан, ә һауанан күҙәтеү тәүлек әйләнәһенә алып барыла.

– Тәүлектең теләһә ҡайһы ваҡытында эшләйбеҙ, төнгө дрондарҙы ҡулланабыҙ. Шәхси состав өсөн маршруттарҙы төҙәтәбеҙ, хәүеф хаҡында иҫкәртәбеҙ. Әле, ошо ваҡытта алғы һыҙыҡта барған хәлде күрәбеҙ, – тип асыҡлай “Альф”.

Мәғлүмәт: БЮТ. Фото: видеонан скриншот.

Автор:Равиля Гатауллина
Автор:
Читайте нас