Йәнтөйәк
+11 °С
Облачно
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Общие статьи
13 Апреля , 08:35

Операторҙар инструкторына – юғары награда

Командование уны юғары кимәлдәге белгес, етди әҙерлекле, яуаплы, техниканы яҡшы белгән  профессионал булараҡ баһалай.

Операторҙар инструкторына – юғары наградаОператорҙар инструкторына – юғары награда
Операторҙар инструкторына – юғары награда

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Илья Ведров Балаҡатай районының Нөгөш ауылында тыуып үҫкән. Яңыраҡ уны хәрби бурыстарын намыҫ менән үтәгәне өсөн  II дәрәжә “Хәрби батырлығы өсөн”  миҙалы менән наградланылар. Илья Ведров пилотһыҙ осоу аппараттары операторҙары инструкторы булып хеҙмәт итә. Ул айырым мотоуҡсылар бригадаһының пилотһыҙ системалар ротаһы составында хәрби бурыстарҙы үтәй. Командование уны юғары кимәлдәге белгес, етди әҙерлекле, яуаплы, техниканы яҡшы белгән  профессионал булараҡ баһалай.

Район хакимиәте  башлығы Лилиә Мулланурова әйтеүенсә, Илья Ведров  махсус хәрби операция зонаһында 2022 йылдан алып хеҙмәт итә. Фронтҡа өлөшләтә мобилизацияға ярашлы алынһа, 2024 йылда Оборона министрлығы менән контракт төҙөй. Бөгөн ул полигонда буласаҡ пилотһыҙ осоу аппараттары операторҙарын әҙерләй.

Пилотһыҙ осоу аппараттары операторҙары өсөн юғары хәүефһеҙлек саралары ҡаралған. Уларҙың хеҙмәте алғы һыҙыҡтан алыҫ ерҙә үтә.

Оборона министрлығы һығылмалы хеҙмәт срогын тәҡдим итә. Контракт бер йылдан алып төҙөлә, был хеҙмәт үҙенсәлектәрен баһаларға мөмкинлек бирә. Хәрби кеше хеҙмәттән китә йәки яңы контракт  төҙөй ала.

 Яугирҙәргә белгеслектәрҙе һаҡлау гарантиялана. Хәрбиҙе, уның  ризалығынан тыш, пилотһыҙ осоу аппараттары менән бәйләнмәгән  башҡа белгеслеккә  йәки ғәскәрҙәрҙең башҡа төрөнә күсерергә ярамай.

Был өлкәләге контрактниктар тулы социаль пакет ала. Уларға закон тарафынан ҡаралған бөтә түләүҙәр, льготалар, социаль гарантиялар ҡағыла.

Бынсан тыш, студенттар өсөн махсус шарттар бар. Вуздарҙа уҡыусылар, академик ял алып, контракт төҙөргә хоҡуҡлы, ә хеҙмәттән һуң бюджетҡа уҡырға инә аласаҡ.

 

Фото: шәхси архивтан.

Автор:
Читайте нас