Йәнтөйәк
+9 °С
Облачно
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Общие статьи
12 Апреля , 07:00

Сикһеҙ ғәләмдә йыһанды яулай башлаған иҫтәлекле көн

Юрий Гагариндың йыһанға осоуына 65 йыл тулды — 1961 йылдың 12 апрелендә кешелек тарихында тәүге идара ителгән осош яһалған.!


 
Шунан бирле космонавт һөнәре — ҡаһарманлыҡ талап иткән һәм ҡатмарлы һөнәрҙәрҙең береһе. Ә йәш быуындың был йоланы дауам итеү мөмкинлеге бар!
 
“Роскосмос” дәүләт корпорацияһы космонавтар отрядына һайлап алыу тураһында иғлан итте. Был хәҙерге Рәсәй тарихында бишенсе асыҡ конкурс.
 
Төп талаптар:
— 35 йәшкә тиклем;
— теүәл, тәбиғәт йәки медицина фәндәре өлкәһендә юғары белемле булыу;
— дипломда уртаса балл 4-тән, ә алған һөнәрең буйынса эш стажы 3 йылдан кәм булмаҫҡа тейеш.
 
Бынан тыш, һаулығың ныҡ булырға һәм махсус параметрҙарға тап килеү мөһим: буй 150-нән 190 см-ға тиклем, ауырлыҡ 50-нән 90 кг-ға тиклем.
 
Нисек һайлайҙар?
Барыһы ла документтар тапшырыуҙан башлана – ситтән тороп ҡатнашҡан был этапта белгестәр тикшерә. Ғаризағыҙ һайлап алынһа — Йондоҙҙар ҡаласығындағы Космонавтар әҙерләү үҙәгендә (Мәскәү өлкәһендә) үткән киләһе этапҡа шәхси саҡырыу аласаҡһығыҙ.
 
Икенсе этапта йыһан техникаһын өйрәнергә һәләтең барлығын иҫбатларға, белем кимәлеңде тикшергән заданиелар үтәргә һәм космонавтика тарихы буйынса һорауҙарға яуап бирегә тура киләсәк.
 
Һайлап алыу тураһында тулыраҡ — «Роскосмос»

 

сайтында

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан #ОбъясняемРФ #ОбъясняемБашкортостан

Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас