Йәнтөйәк
+9 °С
Облачно
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Общие статьи
12 Апреля , 06:30

Иҫән-һау хеҙмәт итеп ҡайтығыҙ, егеттәр!

 Бөгөн, 12 апрелдә, Асҡын районы призывниктарын Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы көстәре сафына хеҙмәт итергә оҙатыу тантанаһы үтте.

Иҫән-һау хеҙмәт итеп ҡайтығыҙ, егеттәр!Иҫән-һау хеҙмәт итеп ҡайтығыҙ, егеттәр!
Иҫән-һау хеҙмәт итеп ҡайтығыҙ, егеттәр!

Сарала район хакимиәте башлығы Динис Йосопов, уның урынбаҫары Эльза Әхмәтгәрәева, Ҡариҙел һәм Асҡын райондарының хәрби комиссары Руслан Сәйфуллин, Ҡубияҙ ауылынан Ғабдулла хәҙрәт Хәсәнов һәм призывниктарҙың ата-әсәләре, яҡындары, дуҫтары ҡатнашты. Улар егеттәргә изге теләктәрен еткерҙе.

Армияла хеҙмәт итеү — мөһим тормош этабы, ул характерҙы формалаштыра, рух көсөн нығыта һәм үҙ иле өсөн яуаплылыҡ тәрбиәләй.

- Ҡәҙерле егеттәр! Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, ышаныслы иптәштәр, үҙ көсөгөҙгә ышаныс һәм иҫән-имен өйгә ҡайтыуығыҙҙы теләйем. Был этап һеҙҙең өсөн тормошта мөһим аҙым булһын, —  тине Динис Рәдис улы.

Етәкселәрҙең изге теләктәре, ата-әсәләрҙең фатихаһы егеттәрҙе оҙатып, һаҡлап йөрөтһөн!

Ҡәҙерле призывниктар!  Бөгөн һеҙгә ҡарата әйтелгән барлыҡ изге теләктәр тормошҡа ашыуын теләйбеҙ.

Иҫән-һау хеҙмәт итеп ҡайтығыҙ, егеттәр!
Иҫән-һау хеҙмәт итеп ҡайтығыҙ, егеттәр!
Иҫән-һау хеҙмәт итеп ҡайтығыҙ, егеттәр!
Иҫән-һау хеҙмәт итеп ҡайтығыҙ, егеттәр!
Иҫән-һау хеҙмәт итеп ҡайтығыҙ, егеттәр!
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас