

Йыл да «Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант» халыҡ-ара белем биреү акцияһында диктант текстарын билдәле, абруйлы шәхестәр уҡый. 2026 йылда ла был матур йола дауам итә — диктант текстарын тура эфирҙа танылған шәхестәр уҡыясаҡ.
Башланғыс кимәл өсөн диктантты популяр йәш йырсы, халыҡ-ара конкурстар лауреаты Арыҫлан Азамат улы Тимеров (Baby Ti) уҡый.
Башҡорт телендә иркен аралашыусылар өсөн диктантты ҡурайсы, педагог, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының Башҡорт музыкаһы факультеты деканы, Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы Азат Миңлеғәле улы Айытҡолов уҡый.
Башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында яҙыусылар өсөн диктантты Эльмира Венер ҡыҙы Абулкарамова уҡый. Ул Ғәли Сокорой нәҫеленең бишенсе быуын вәкиле, Әнғәм Атнабаев исемендәге тарихи-әҙәби музей етәксеһе, «Милләт әсәһе» конкурсы финалисы, Тәтешле районының тыуған яҡты өйрәнеүселәр йәмғиәте ағзаһы.
Диктантты 2026 йылдың 17 апрелендә онлайн форматта түбәндәге һылтанмалар аша ҡарап яҙырға мөмкин буласаҡ:
Бәйләнештә: https://vkvideo.ru/video-27097047_456298065
Классташтар: https://ok.ru/live/13038853234359
Рутюб: https://rutube.ru/video/3d774a8e15ea06f7cb183b0ada2aca70/
Тура эфирҙың башланыу ваҡыты — 11:00 (Өфө ваҡыты):
11:00–11:25 — башҡорт телен башланғыс кимәлдә белеүселәр өсөн;
11:30–12:00 — башҡорт телендә иркен аралашыусылар өсөн;
12:05–12:30 — башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында яҙыусылар өсөн.
Эфирҙың яҙмаһы bashdictant.ru сайтында урынлаштырыласаҡ. Уны ҡарап, диктантты 2026 йылдың 17 апрелдең 23:59 сәғәтенәапшырырға мөмкин.
Бөтә теләүселәрҙе акцияла ҡатнашырға саҡырабыҙ!
#башҡорттелендәдиктант
#башдиктант
#башдиктант2026
#диктантпобашкирскомуязыку
#башҡортсадиктантяҙам