Йәнтөйәк
+9 °С
Облачно
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Общие статьи
12 Апреля , 04:10

Һалҡындар урынына аномаль йылы килә

Ҡасан? Тик оҙаҡҡа түгел...

Һалҡындар урынына аномаль йылы киләҺалҡындар урынына аномаль йылы килә
Һалҡындар урынына аномаль йылы килә

Башҡортостанда ошоға тиклем булған көслө ел һәм һалҡындар йәйге йылы менән алмашына. Синоптиктар аҙна башында уҡ ҡапыл йылыныуҙы фаразлай.

“Фобос” үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, һауа торошо юғары баҫым йоғонтоһонда үҙгәрә башлай. Болоттар һиҙелерлек кәмей, ә яуым-төшөм, әгәр булһа ла, ҡыҫҡа ваҡытлы һәм урыны менән була. Бөгөн көндөҙ һауа +13,+18 градусҡаса йылына.

Дүшәмбе урыны менән бер аҙ ямғыр яуыуы ихтимал, әммә температура +15,+20-гә тиклем күтәрелә. Шишәмбе республика биләмәһендә ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуа, термометр бағанаһы +18,+23 градус күрһәтә.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йылы оҙаҡҡа килмәй. “Гисметео” порталы мәғлүмәттәре буйынса, кесаҙнанан төбәктә яңы һыуыҡ тулҡыны көтөлә. Температура түбәнәйә башлай, һәм шәмбегә көндөҙ +8 тирәһе, ә төндә +3 градусҡа тиклем була.

Автор:Альфия Мингалиева
Автор:
Читайте нас