Общие статьи
10 Апреля , 11:10

Яугирҙарҙы хәстәрләп

Махсус хәрби операция ветерандары-инвалидтары торлағын йәшәүгә яраҡлаштырыу — “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фонды эшмәкәрлегенең яңы йүнәлеше. Был эш яҡшы яйға һалынған: фонд хеҙмәткәрҙәре ветерандарҙы яраҡлашыу ҡағиҙәләре һәм шарттары менән таныштыра, кәрәкле документтарҙы әҙерләү һәм ғариза тапшырыуҙа ярҙам итә.

Яугирҙарҙы хәстәрләпЯугирҙарҙы хәстәрләп
Яугирҙарҙы хәстәрләп


МХО ветерандары-инвалидтарының торлағын тикшереү һәм йәшәүгә яраҡлаштырыу менән шөғөлләнгән паралимпия чемпионы Ирек Зарипов эш сәфәре менән Мишкә ауылында булды. Шулай уҡ ошо комиссия составына район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Диана Моратбаева, Мишкә районы социаль координаторы Олеся Йосопова, Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмғиәте һәм Йәмәғәт палатаһы вәкилдәре лә ингәйне.
Комиссия үҙенең торлағын йәшәүгә яраҡлаштырыуҙы һорап мөрәжәғәт иткән МХО ветераны Рәмил Сәлиховтың өйөн тикшерергә барҙы. Ул хәрби бәрелештәр ваҡытында яралана, аҙаҡ һул аяғының аҫҡы өлөшөн ампутациялайҙар. Яугир реабилитация үтә, протез кейергә өйрәнә. Рәмил Сәлих улы барлыҡ ауырлыҡтарҙы ла еңеп сыға һәм әлеге ваҡытта көс талап иткән спорт төрө буйынса Башҡортостандың йыйылма командаһы ағзаһы булып тора. Райондың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша, Мишкә районында МХО ветерандары ассоциацияһы етәксеһе.
Шулай булыуға ҡарамаҫтан, яугирҙың йәшәгән өйөндә уңайлы шарттар тыуҙырыу мөһимлеге бар. Торлаҡты тикшереү инеү урынын ҡарап анализлауҙан башланды. Бында өҫтәмә таянғыстар ҡуйыу, пандус урынлаштырырға кәрәклеге асыҡланды. Өй эсендә уңайлыҡ шарттары, ванна, ашхана бүлмәләре тикшерелде. Рәмил Сәлиховтың өйөнә “Аҡыллы йорт” системаһы урынлаштырыласаҡ.
Торлаҡты тикшереп сыҡҡандан һуң документтар әҙерләнә һәм бирелә башҡарылырға тейешле эштәргә килешеү төҙөлә. Былар бер аҙ ваҡыт талап итә. Документтар “Ватанды һаҡлаусылар” фондының эксперт советына ебәрелә. Ыңғай яуаптан һуң ветеран өйөндә торлаҡты яраҡлаштырыу эштәре башлана.
Ирек Зарипов билдәләүенсә, фонд яугирҙар тураһында хәстәрлек күреү, уларға үҙҙәрен тыныс тормошта кәрәкле итеп тойорға ярҙам итеү маҡсатында төҙөлгән. Махсус хәрби операциянан ҡайтҡас улар тулы тормош менән йәшәргә тейеш: эшләргә, белем алырға, спорт менән шөғөлләнергә һәм ваҡытты яҡындары менән үткәрергә. Хөкүмәт МХО ветерандарын яҡлау мәсьәләһенә ҙур иғтибар бүлә.
Рәилә Әптекәева.

Мишкә районы.

Яугирҙарҙы хәстәрләп
Яугирҙарҙы хәстәрләп
Яугирҙарҙы хәстәрләп
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас