Общие статьи
10 Апреля , 11:15

Яҙ һәм дуҫлыҡ байрамы

Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылына арнап, Мишкә районы халҡы Татарбай ауыл клубында иң яратҡан байрамдарҙың береһе — Наурузды билдәләне.

Яҙ һәм дуҫлыҡ байрамыЯҙ һәм дуҫлыҡ байрамы
Яҙ һәм дуҫлыҡ байрамы

Науруз – халыҡтың борондан килгән ҡышты оҙатыу, яҙҙы ҡаршы алыу йолаһы.
Фестивалдең почетлы ҡунаҡтары район хакимиәте башлығы Лариса Александрова, мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Радион Плотников булды. Район Мәҙәниәт һарайы директоры урынбаҫары Альмира Ғәлимова, район Мәҙәниәт һарайының халыҡ ижады һәм фольклор буйынса әйҙәүсе методисы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәүиә Саматова, ойоштороу-методик бүлеге мөдире Римма Сәмиева жюри составына инде.
Коллективтарҙың сығыштарын түбәндәге критерийҙар буйынса баһаланылар: ҡунаҡ өҫтәлен, күргәҙмәләрҙе, халыҡ костюмдарын әҙерләүҙә тарихи-этнографик үҙенсәлектәрҙе һәм халыҡ традицияларын һаҡлау, байрам өҫтәленә милли ризыҡтар әҙерләгәндә оригиналлек, уларҙың тәм сифаты, шыттырылған арыштан (Сүмәләк) биҙәүестәр эшләү.
Һәр коллектив үҙенең милли ризыҡлы ҡунаҡ өҫтәлен тәҡдим итте. Хужабикәләрҙең оҫталығына һоҡланып туялмаҫһың! Боронғо һәм заманса рецептар менән бешерелгән милли аш-һыуҙың төрлөлөгөнән күҙҙәр ҡамаша ине: тәмле бауырһаҡтар, татлы сәк-сәк, туҡлыҡлы ҡыҫтыбыйҙар, бәлештәр, төрлө эслекле һәм ҙурлыҡтағы ҡоймаҡтар. Улар үҙҙәренең хуш еҫе менән генә түгел, ә зауыҡлы биҙәлеше менән дә үҙенсәлекле ине.
Эргәлә генә береһенән-береһе матур сыйырсыҡ умарталары, яҙғы эшләнмәләр, шыттырылған арыш (Сүмәләк), стенала “Яҙ” темаһына арналған һүрәттәр урын алғайны. Сарала ҡатнашыусыларға сәләмләү һүҙҙәре менән район хакимиәте башлығы Лариса Александрова мөрәжәғәт итте.
— Бөгөн беҙ мосолман халҡы ҙурлап билдәләгән матур байрамға йыйылдыҡ. Быйылғы йыл именлек, бәхет, тыныслыҡ алып килһен. Рамаҙан айында теләгән изге теләктәрегеҙ Хоҙай тарафынан ҡабул ителеп, тормошҡа ашһын, — тигән изге теләктәрен еткерҙе Лариса Геннадиевна.
Алып барыусы Гөлнара Зиннурова байрам тарихы менән таныштырҙы, артабан сәхнәгә һөйкөмлө ҡыҙҙарҙы саҡырҙы. Һәр Наурузбикә — Оло Шаҙынан Эльвира Шәйҙуллина, Янағоштан Анастасия Калитова, Яңы Ҡарастан Филсинә Шәйхинурова, Татарбайҙан Эвелина Зарипова үҙ коллективы исеменән сығыш яһаны. Конкурс программаһына балалар менән уйын ойоштороу биреме лә индерелгәйне.
Концерт бай һәм сағыу булды. Ҡатнашыусылар халыҡ бейеүҙәрен һәм йырҙарын башҡарҙы. Тамашасылар “Сәйрән” (Янағош), “Хазина” (Оло Шаҙы), “Аҡ ҡалфаҡ” (Татарбай) вокаль ансамблдәре, Эльвира Шәйҙуллина һәм Илфаҡ Арысланов, Эльвира Шәйҙуллина һәм Гөлфинә Имаметдинова дуэттарын, Наиля Әғләмова, Зөбәржәт Ғайсина, Гөлназ Ғәлиәкбәрова, Гөлнара Зиннурова, Рушания Йыһангирова, Рузил Зарипов, Венера Зиннурова, Тәнзилә һәм Әнүәр Әхәтовтың сығышын алҡыштарға күмде.
Науруз байрамын үткәреү районда йәшәгән төрлө милләт вәкилдәре араһындағы татыулыҡты нығытыуға ла ҙур өлөш индерә. Быйыл Башҡортостанда иғлан ителгән Ҙур һәм татыу ғаилә йылы сиктәрендә был мәсьәләгә айырым иғтибар бирелә. Ошондай саралар халыҡтарҙы берләштерә, ҡунаҡсыллыҡ һәм күршеләр менән татыу йәшәү традицияларын үҫтерә. Былар Йылыш ауылынан килгән “Эр кече” вокаль ансамбле, Кесе Нәкәрәк ауылынан “Гөрләүектәр” халыҡ фольклор ансамбле сығышында ла асыҡ сағылды.
Конкурс программаһы буйынса аш-һыу, иң яҡшы сыйырсыҡ умарталары, яҙғы гөлләмәләр әҙерләү, сүмәләк үҫтереү буйынса жюри еңеүселәрҙе һәм призерҙарҙы билдәләне. “Наурузбикә” конкурсында 1-се урынды Оло Шаҙынан Эльвира Шәйҙуллина һәм Янағоштан Анастасия Калитова яуланы. Филсинә Шәйхинурова (Яңы Ҡарас) һәм Эвелина Зарипова (Татарбай) 2-се урынға сыҡты.
“Науруз” фестивале барыһына ла яҙғы кәйеф бүләк итте. Ошондай саралар мәҙәни мираҫты һаҡлауҙа һәм милләт-ара татыулыҡты үҫтереүҙә мөһим роль уйнай.

Фиҙәүес Ҡадиҡова.

Мишкә районы.

Яҙ һәм дуҫлыҡ байрамы
Яҙ һәм дуҫлыҡ байрамы
Яҙ һәм дуҫлыҡ байрамы
Яҙ һәм дуҫлыҡ байрамы
Яҙ һәм дуҫлыҡ байрамы
Яҙ һәм дуҫлыҡ байрамы
Яҙ һәм дуҫлыҡ байрамы
Яҙ һәм дуҫлыҡ байрамы
Яҙ һәм дуҫлыҡ байрамы
Яҙ һәм дуҫлыҡ байрамы
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас