

Сәләмәт йәшәү рәүеше алып барыуы, йәштән физик әүҙемлекте үҙ итеүе, эшкә егәрлелеге менән йәштәргә матур өлгө күрһәтеүсе ағинәйгә күптән түгел 88 йәш тулған.
— Һаулыҡ — ул беҙҙең төп байлыҡ ҡына түгел, яуаплылығыбыҙ ҙа. Бер кем дә беҙҙең хаҡта үҙебеҙҙән яҡшыраҡ ҡайғыртмаясаҡ. Минең өсөн һаулыҡ тураһында хәстәрлек күреү бик мөһим, бигерәк тә оло йәштә. Әүҙем булып ҡалыу һәм үҙемде яҡшы тойоу өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләйем. Физик әүҙемлек йәш саҡтан уҡ тормошомда ҙур роль уйнай. Көн һайын иртән торғас зарядка яһарға тырышам. Был организмға уянырға һәм үҙеңде көн оҙоно рух күтәренкелегендә тойорға ярҙам итә. Ауырый башлаһам да дарыу эсмәйем. Төрлө үләндәрҙән яһалған үҙ дарыуым бар, — ти Анюта Ямаева.
Анюта Михайдаровна һәр иртә һайын үҙенең ниндәй күнегеүҙәр яһауы, уларҙың һаулыҡҡа ниндәй файҙа килтереүе хаҡында һөйләй. Сәләмәт йәшәү рәүеше алып барған инәйҙең еңел генә атлап йөрөүенә, етеҙ хәрәкәттәренә ҡарап, һоҡланмау мөмкин түгел.
Һаулыҡ — ул әүҙем һәм тулы ҡиммәтле тормошҡа асҡыс. Халыҡ мәҡәлендәгесә: “Сәләмәт тәндә — сәләмәт рух”. Ысынлап та, һаулыҡһыҙ бер генә шатлыҡ та тулы булмаясаҡ, бер генә уңышлы эш тә ҡәнәғәтлек килтермәйәсәк. Шуға күрә Анюта Михайдаровна кеүек тормошто яратҡан, һаулығын ҡайғыртып йәшәгән оло быуын кешеләренән өлгө алып, сәләмәт тормошҡа ынтылып йәшәйек.
Илһөйәр Махатова әҙерләне.