Общие статьи
10 Апреля , 11:20

Күпләп мал аҫрайҙар

Һуңғы йылдарҙа ауылдар бушап ҡалғандай булды. Ҡайһыһын ғына алма, ике-өс өйгә бер ут яна, йәштәр тыуған яҡтарынан ситкә китеп урынлаша. Ә Таңатар ауылында йәшәүсе Ләйсән һәм Марат Миндияровтар иһә ата-әсә ҡорған ояны ташламайынса, кендек ҡаны тамған нигеҙҙе нығытып, тыуған йорттоң утын һүндермәй бик матур ғүмер итә.

Күпләп мал аҫрайҙарКүпләп мал аҫрайҙар
Күпләп мал аҫрайҙар


Марат — ошо ауыл егете. Ата-әсәһенең төпсөк һәм берҙән-бер улы. Дүрт апаһына яратҡан ҡусты булып, йорттағы бөтә ир кеше эшен бәләкәйҙән атаһына эйәреп эшләп, күреп үҫкән ул. Ауылдан ҡайҙалыр сығып китеп урынлашыу тигән уй уның башына ла инеп сыҡмаған.
— Әсәйем ауырый ине. Апайҙарым бер-бер артлы кейәүгә киткәс, тыуған йортта атай менән әсәйгә терәк булып ҡалырға кәрәк кенә түгел, тейешмен тип ҡабул итеп үҫтем. Үкенмәйем. Колхоз бөткәнсе бәләкәйҙән таныш булған, атай-әсәйем ғүмере буйы бил бөккән колхоз эшендә булдым. Унан күмәк хужалыҡ таралғас, Т-40 маркалы трактор һатып алып, ауылдаштарға баҡса һөрә башланым. Тырышһаң, ауыл ерендә эш етерлек бит ул. Бары тик ялҡауланмаҫҡа ғына кәрәк, — ти Марат ул йылдарҙы иҫкә алып.
Бәхетенә, тормош иптәше итеп һайлаған Ләйсән дә Таңатарҙы үҙ итеп, иренең атаһы һәм әсәһенә игелекле килен була. Район үҙәге Борайҙа тыуып-үҫкән ҡыҙ һис кенә лә ауыл тормошонан зарланмай, киреһенсә, яратып ғүмер итә. Ауылдағы мәктәп ябылғансы техник хеҙмәткәр булып эшләй Ләйсән. Инде хәҙер өйҙә хужабикә.
Миндияровтарҙың, үҙҙәре әйткәнсә, иң ҙур бәхеттәре — өс балалары. Өлкән ҡыҙҙары Лиана медицина колледжын тамамлап, Өфөлә республика балалар клиник дауаханаһында шәфҡәт туташы булып эшләй. Динара Нефтекама нефть колледжының һуңғы курсында белем ала. Төпсөктәре Динислам Борай 1-се урта мәктәбенең 8-се класс уҡыусыһы. Динисламдың агрокласта уҡыуы ла осраҡлы түгел, сөнки ул да атаһы кеүек үк ауыл тормошон ярата. Ул — ата-әсәһенең беренсе ярҙамсыһы, уң ҡулы, эште яратып, еренә еткереп башҡарыусы.
Әлеге көндә Миндияровтар күпләп һыйыр малы, быҙауҙар, уларға өҫтәп тоҡомло һарыҡтар ҙа үрсетеп тулы ҡанлы ауыл тормошо менән йәшәй. Әллә нисә йыл элек үҙ эшен асып ебәрергә алынған трактор һатылып, яңы МТЗ маркалыһы ҡайтып ултырған. Тракторға ер эшкәртә, бесән йыя торған барлыҡ кәрәкле тағылма техникаһы ла тупланған. Үҙенең пай еренә өҫтәп тағын бер нисә гектар ер һатып алған Марат, ул баҫыуҙарға ашлыҡ, бесән сәсә.
Ләйсән Рәдис ҡыҙының да эше һанап бөткөһөҙ. Иренә ныҡлы терәк, уның барлыҡ уй-ниәттәрен хуплаусы булыуҙан тыш, ул теләгән кешегә һөтөн-ҡаймағын, эремсеген һатып, ғаилә бюджетын тулыландыра.
— Һыйырҙарҙы күпләп ҡарағас, быҙауҙарҙы һатабыҙ. Төп керемде ит һатыуҙан алабыҙ, — ти Марат.
Әйтеүе генә анһат шул. Күпме тырышлыҡ һалынған бында. Малдарҙы аҫрар өсөн ҡаралты-ҡураһын төҙөргә, нығытырға, аҙығын әҙерләргә, булғанын эшкәртергә кәрәк. Быларҙы бары тик ауыл тормошон аңлаған кеше генә күҙ алдына килтерә торғандыр.
— Марат Фәнзил улы мәрхәмәтле, игелекле, аҡыллы кеше. Ҡасан ғына ниндәй йомош менән мөрәжәғәт итһәк тә, бер ҡабат та юҡ тимәй, хатта күп осраҡта ауылдаштарын изге эштәргә, яҡшы ғәмәлдәргә әйҙәүсе лә. Үҙенең шәхси тракторы менән зыяраттарҙы төҙөкләндереү, таҙартыу өмәләренә беренсе булып килә. Ғөмүмән, ауылдағы бөтә эштә лә әүҙем ҡатнаша. Тормош иптәше Ләйсән менән ата-әсәләренә лә игелек күрһәтеп, уларҙы һуңғы көндәренә тиклем тәрбиәләп йәшәнеләр. Балаларына ла яҡшы тәрбиә бирәләр. Тыуған нигеҙҙе һаҡлап, туғандары, күршеләре, ауылдаштары менән яҡшы мөнәсәбәттә булып, тырышып донъя көтәләр, — тип Миндияровтар тураһында һөйләне Таңатар ауыл биләмәһе башлығы Алһыу Төхбәтуллина.
Ауылдарҙа буш аҙбарҙарҙа әтәс тауышы ла яңғырамаған ихаталарға, улай ғынамы һуң, хатта кишер, сөгөлдөр, һуған, бәрәңге ултыртылмаған баҡсаларға күнегеп тә барабыҙ шикелле. Ә Миндияровтар йортонан ауылда үҫеп ҡанат нығытҡандар ғына аңлай торған йылылыҡ бөркөлә. Күҙҙәр генә тимәһен уларға.

 

Венера Арысланова.

Борай районы.

Күпләп мал аҫрайҙар
Күпләп мал аҫрайҙар
Күпләп мал аҫрайҙар
Күпләп мал аҫрайҙар
Күпләп мал аҫрайҙар
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас