Общие статьи
10 Апреля , 11:25

Хеҙмәттән йәм табып йәшәй

Бөрөлә йәшәүсе Анатолий Ильич Токарев менән Людмила Петровна Хахалкинаны хәҙер тотош республика белә. Үткән көҙ уларҙың “Һауынсы хыялы” исемле ултырғысы социаль селтәрҙәрҙә киң таралыу алды һәм БСТ-ның яңылыҡтар каналынан күрһәтелде.

Хеҙмәттән йәм табып йәшәйХеҙмәттән йәм табып йәшәй
Хеҙмәттән йәм табып йәшәй


Анатолий Ильич менән Людмила Петровна бер-береһен студент саҡтан белә. Бөрө дәүләт педагогия институтының физика-метематика факультетында бер курста, бер төркөмдә уҡыйҙар. 1972 йылда диплом алған белгестәрҙе яҙмыш төрлө яҡтарға ебәрә. Анатолий Ильич үҙенең тыуған районына – Ҡариҙел районы Стеклозаводск мәктәбенә ҡайта, ә Людмила Петровна Бөрөлә ҡала. Һәр курсташы кеүек улар ҙа ең һыҙғанып эшкә тотона – балаларға физика һәм математика буйынса төплө белем бирергә тырыша. Улар Мәғариф министрлыҡтарынан, төрлө ведомстволарҙан биреләсәк күп һанлы маҡтау ҡағыҙҙары, рәхмәт хаттары өсөн түгел, ә белемле, изге күңелле, эшһөйәр быуын үҫтереүҙе беренсе планға ҡуя. Людмила Петровна ҡаланың 5-се, аҙаҡ яңы мәктәп асылғас, 8-се урта мәктәптә эшләй.
Ә Анатолий Ильичты, көс-дарманы ташып торған йәш егетте, Стеклозаводск мәктәбенә директор итеп тәғәйенләйҙәр. Киң эрудициялы йәш белгес уҡыусыларҙы эш менән тәьмин итеү шарттарын булдырырлыҡ мәктәп төҙөтә башлай. Уйланған эш – бөткән эш. Тиҙҙән уҡыусылар өҫтәмә дәрестәрҙә ағастан төрлө мебелдәр эшләп, етештергән тауарҙарын һатыуға ҡуя башлай. Ағастан эшләнгән балалар карауаты, аш-һыу таҡталары, һауыт-һабалар, тормош кәрәк-яраҡтары район халҡына таратыла, ә килем уҡыусыларға эш хаҡы итеп түләнә. Шулай итеп, мәктәптең даны бөтә республикаға тарала. Эш тәжрибәһен уртаҡлашыу маҡсатында республика кимәлендәге семинарҙар, район етәкселәре кәңәшмәләре тап уларҙың белем усағында үтер була. Мәктәптең шаулап торған ваҡытын, 1978-1985 йылдарҙы, һағынып иҫкә ала ул:
– Был осорҙа урта мәктәптә 500-ҙән ашыу бала белем алды. Беренсе кластан алып 10-сы класс уҡыусыһына тиклем ниндәйҙер эш менән мәшғүл булырға теләүен белдерер ине. Хәҙер ҙә ҡайһы бер уҡыусыларым: “Мәктәптә уҡығанда берәүҙән дә аҡса һорамай ғына оҡшатып йөрөгән ҡыҙыма шоколад алып бирә ала инем. Был минең өсөн бик ҡиммәт төшөнсә булды”, – тип хәтерләй, – ти Анатолий Ильич ғорурлыҡ менән.
Сираттағы курсташтар осрашыуы Анатолий Токарев менән Людмила Хахалкинаның яҙмышын бергә бәйләй. Әгәр быға тиклем улар тормош иптәштәре менән бергә булһа, 2007 йылғы осрашыуҙа Анатолий Ильич һөйөклө ҡатынын, ә Людмила Петровна ышаныслы тормош иптәшен мәңгегә юғалтҡан була. Бына шулай ике төркөмдәштең сәстәре сәскә бәйләнә һәм 20 йылға яҡын улар иңгә-иң терәп, тормош йөгөн бергә тарта. Үҙҙәренән ихласлыҡ, тормошто яратыу кеүек сифаттар бөркөлөп торған ғаиләнең серҙәре лә, тормош маҡсаттары ла береккән. “Хеҙмәт – тормош ихтыяжы. Буш ваҡытыбыҙҙа ағас эше менән булам. Мин эшләйем, ә ҡатыным матур итеп биҙәй. Йәшелсәләрҙе йыл әйләнәһенә тиерлек үҫтерәбеҙ", – ти Анатолий Ильич.
Ысынлап та, ҡар иреп бөтмәгән, ә уларҙың ҡышын да йылытылған теплицаларында помидорҙары шаулап ултыра. Үҫентеләрҙе, тоҙланған һәм маринадланған ҡыяр-помидорҙарҙы һатып алыусы клиенттары ла етерлек. Йәй һәм көҙ – бәшмәк осоро. Уларҙы бигерәк тә Ҡариҙелгә барып йыйырға яраталар. Тыуған яҡтың һауаһы һәм саф ҡарағай еҫе кемгә килешмәһен?! Ә ҡышын ҡул оҫтаһы ултырғыс, эскәмйә, өҫтәл, аш-һыуҙа ҡулланыу өсөн таҡталар эшләй, ә ҡатыны уларға төҫлө бумалалары менән йән өрә. “Сәләмәтлек ултырғысы” быуындарҙың һыҙлауынан ярҙам итә.
— “Һауынсы хыялы” тигән ултырғысты миңә бүләк иттеләр. Ҡатын-ҡыҙға һыйыр һауыу өсөн, ысынлап та, ултырғыс кәрәк. Йәтеш ултырғысты күптән тап итә алмай инем. Күргәҙмәгә генә йөрөтөрлөк матурлыҡты хатта тышҡа алып сығыуы хилаф булды. Ә хәҙер иртәле-кисле был ултырғыс яҡшы кәйеф өҫтәй, — тип ҡыуанысын белдерҙе Әлфиә апай Иҫәндәүләтова.
Йәштән хеҙмәт һөйөп үҫкән, эшһеҙ ултырыуҙы күҙ алдына ла килтермәгән мәғариф ветерандарының балалары ла уңыштары менән һөйөндөрөп тора. Ике ғаиләлә үҫкән балалар хәҙер ҙур "оркестр" булып тупланған. Тик Людмила Петровнаның ғына күңеле кесе улын юҡһына. Ул махсус хәрби операцияла Ватан бурысын үтәгәндә батырҙарса һәләк булған. Бөрө районының участка полицияһында эшләгән өлкән улы был яраларҙы мөмкин тиклем тиҙерәк уңалтырға ярҙам итергә тырыша.
Анатолий Ильичтың биш балаһы ла мәктәпте алтын миҙалға, юғары уҡыу йортон ҡыҙыл дипломға тамамлаған. Бәхет эҙләп әллә ҡайҙа ла йөрөмәгәндәр, барыһы ла Бөрө дәүләт педагогия институтын тамамлаған, кинйә ҡыҙҙары ғына Өфө дәүләт авиация институтын һайлай. Улар әлеге мәлдә Рәсәйҙең төрлө яҡтарында төрлө вазифаларҙа эшләй.
Алма ағасынан алыҫ төшмәй, ти халыҡ мәҡәле. Ейән-ейәнсәрҙәре уҡыуҙа ла, эштә лә һынатмай. Әйтергә кәрәк, улар ҙа ата-әсәләре кеүек мәктәпте алтын миҙалға тамамлаған. 8-се класс уҡыусыһы Федор Венгилевских — ике йыл рәттән Башҡортостан Республикаһы Башлығы стипендиаты. Беренсеһе “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә сәнғәт һәм мәҙәниәт өлкәһендә күрһәткән уңыштары өсөн бирелһә, икенсеһендә уҡыуҙа һәм фәнни эҙләнеү эшендә күрһәткән тырышлығы юғары баһалана. Ул фортепиано буйынса Бөтә донъя һәм Рәсәй кимәлендә үткән конкурс-фестивалдәрҙә бер нисә йыл рәттән лауреат була, олимпиадаларҙа призлы урындар яулай.
Хеҙмәт ветерандары Анатолий Ильич менән Людмила Петровнаның тормоштан йәм табып, күңел бөтөнлөгөндә йәшәү сере ябай: хеҙмәттән тәм табыу, балаларға терәк булыу, кәңәш һорап килеүселәргә ҡулдан килгәнсә ярҙам күрһәтеү.

Ғәлиә Ғәниева.

Бөрө ҡалаһы.

Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас