Общие статьи
10 Апреля , 04:50

Үҙ эшенең оҫтаһы

Ҡариҙел районында  халыҡ ижадына, сәнғәткә, туған телгә ғашиҡ, уны йәш быуынға заманса алымдар, сәхнә һәм үҙенең шәхсән миҫалдары аша еткереүселәр бихисап. Шуларҙың береһе — район үҙәгенең күп функциялы мәҙәниәт йорто методисы, “Серҙәштәр” фольклор коллективы етәксеһе, йыр-моңдары менән тамашасы һөйөүен яулаған Унлар ырыуы һылыуы Зилә Рәхмәтова.

Үҙ эшенең оҫтаһыҮҙ эшенең оҫтаһы
Үҙ эшенең оҫтаһы

Зилә Фәйзелғаян ҡыҙы Хәлил ауылында Ғәлихановтар ғаиләһендә тыуып үҫә. Бала-саҡтан йыр-моңға ғашиҡ ҡыҙ уҡыу йылдарында ла үҙен төрлө яҡтан аса, мәктәп тормошонда әүҙем ҡатнашып, бөтә сараларҙың да йәме була. Был һәләт, әлбиттә, уға ата-әсәһенән күсә. Сабый саҡтан уға бишек йырҙарын көйләп, уны тирбәткәндә күңеленә рух, моң һеңдерә ғәзиз кешеләре. Бәлки, шуға ла ул мәктәпте тамамлағас, оҙаҡ һайланып тормай, Өфө сәнғәт училищеһының вокал бүлегенә уҡырға инә. Уны уңышлы тамамлап ҡулына диплом алғас, тыуған яҡтарына ҡайта.
Зилә Рәхмәтова ғүмеренең күп өлөшөн Ҡариҙел сәнғәт мәктәбендә уҡытыуға бағышлай. Коллективында оло ихтирамға лайыҡ, уҡыусыларының хөрмәтен яулаған педагог беренсе йылдарҙан уҡ һөнәренә бар күңел йылыһын һала. Уҡыусылар өсөн ул кәңәшсе һәм дуҫ булһа, хеҙмәттәштәре өсөн — үҙ эшенең оҫтаһы, тәжрибәле остаз.  Зилә Фәйзелғаян ҡыҙы талантлы музыканттар үҫтереп кенә ҡалмай, уларға сәнғәт донъяһына ла ишек аса. Ҡайһы бер уҡыусылары балалар баҡсаларында музыка етәксеһе булып хеҙмәт һалһа, башҡалары — республиканың мәҙәниәт өлкәһендә төрлө йүнәлештәрҙә эшләй.   
Әлеге ваҡытта Зилә Рәхмәтова Ҡариҙел күп функциялы мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе, шулай уҡ “Серҙәштәр” фольклор ансамблен һәм “Сулпан” балалар коллективын етәкләй. Ҡариҙелдә һәм күрше райондарҙа ла ошо ижади төркөмдәрҙең йәмле, дәртле һәм рухлы йырҙары тамашасыларҙың һөйөүен яулаған. “Серҙәштәр” коллективы республика кимәлендә ойошторолған фестиваль-конкурстарҙа ла әүҙем ҡатнашып, призлы урындар яулай. Унда шөғөлләнгән 15-тән ашыу гүзәл зат хаҡлы ялда булыуға ҡарамаҫтан, дәртләнеп үҙҙәренең ижади күңелен бер серле һандыҡҡа туплап, ата-бабаларынан өйрәнеп ҡалған фольклорҙы, халыҡ йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен өйрәнеү, һаҡлау һәм тергеҙеү өҫтөндә эшләүҙе бергәләп дауам итә. Шулай уҡ “Серҙәштәр” етәкселәре менән ауылдарҙа һаҡланып ҡалған бер быуатҡа тиң милли кейемдәрҙе йыйып, уларҙы тергеҙеү буйынса ла бик ҙур көс һала. Бөтә нескәлектәренә тиклем төшөнөп, эҙләнеү эштәре ярҙамында улар бер нисә күлдәкте тегеп, халыҡ иғтибарына тәҡдим итте.
“Сулпан” балалар коллективы ла бөгөн районда билдәлелек яулаған.  Зилә Фәйзелғаян ҡыҙы улар өсөн йырҙар аша сәнғәткә, туған телгә һөйөү тәрбиәләүсе оло йөрәкле остаз булып ҡала.
Ансамбль ағзалары Зилә Рәхмәтоваға бик рәхмәтле. Бер ҙур ғаилә булып, мәҙәниәт усағында серләшеп йәшәүсе апайҙар үҙҙәренең етәкселәре тураһында яҡшы һүҙҙәр генә еткерә.
— Зилә Фәйзелғаян ҡыҙы – бик талантлы һәм изге күңелле кеше. Һәр ваҡыт фәһемле кәңәштәр бирә, кәрәкһә, ярҙам итә, урынлы ғына, әҙәпле итеп иҫкәрмәләр яһай. Түңәрәктә ҡатнашыусылар йырлап-бейеп кенә ҡалмай, үҙҙәренең ошо өлкәлә белемен арттырып, музыкаль терминдарҙы ла үҙләштерә, — ти фольклор коллективы ағзалары.
Зилә Рәхмәтова яратҡан колективына илһам биреүсе, уларға ижадтан йәм табырға, донъяның матурлығын күрергә ярҙам итеүсе лә.

Марат Бүләков.

Ҡариҙел районы.

Үҙ эшенең оҫтаһы
Үҙ эшенең оҫтаһы
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас