Общие статьи
10 Апреля , 11:25

Булдыҡлы фельдшер

Мамады ауылына йәш белгес — фельдшер Денис Ғәлиевтың эшкә ҡайтыуын ауыл халҡы шатланып ҡабул итте.

Булдыҡлы фельдшерБулдыҡлы фельдшер
Булдыҡлы фельдшер


Денис Борис улы Берләс ауылында тыуып үҫкән. Тыуған ауылында, унан Ҙур Баҙраҡта белем ала. Уҡыу йылдарында үҙен яуаплы, тырыш уҡыусы итеп күрһәтә. Мәктәпте тамамлағас, ике лә уйламай, документтарын Бөрө медицина-фармацевтика колледжына тапшыра.
Медицина өлкәһендә эшләүселәр үҙ өҫтөнә ҙур яуаплылыҡ ала. Тәү ҡарашҡа тыныс холоҡло, сабыр күренгән Денис көслө рухлы, маҡсатсан егет. Ул дауалау факультетын уңышлы тамамлап, Мамады фельдшер-акушерлыҡ пунктына эшкә урынлаша. Быға тиклем бирелә тәжрибәле Любовь Тимерйәнова халыҡ сәләмәтлеге һағында тора. Денис та йәш булыуына ҡарамаҫтан, һынатмай, ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә ауылдаштары алдында үҙен белемле белгес итеп күрһәтә.
Бөгөн фельдшер ҡарамағында 200-гә яҡын кеше иҫәпләнә. Эш күләме ҙур. Юғары ҡан баҫымы, йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре менән интегеүселәр күп. Онкология менән ауырыусылар ҙа бар. Участкала инвалидтар ҙа һәр ваҡыт күҙәтеү аҫтында булырға тейеш. Денис Борис улы һәр береһенә айырым иғтибар бүлеп, ҡасан саҡырһалар ҙа барырға, һәр береһенә ярҙам күрһәтергә тырыша.
Денис Ғәлиев йәш белгес булараҡ, хеҙмәт юлын “Ауыл фельдшеры” программаһы буйынса башлаған. Уҡып сығып, эшкә урынлашҡанһың икән, һине алда ҙур перспективалар көтә, бының өсөн һөнәреңде яратырға һәм бар күңелеңде һалып эшләргә кәрәк. Йәш фельдшер быны яҡшы аңлай.
Лира Юрасова.
Фото архивтан.

Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас