

Ҡәҙерле гәзит уҡыусыларыбыҙ, алдан хәбәр итеүебеҙсә, 6 апрелдән 16 апрелгә тиклем «Рәсәй почта»һы гәзит-журналдарға ташламалы хаҡҡа яҙылыу иғлан итте. Ошо мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмай, “Йәнтөйәк” район-ара һәм “Ышаныч”, “Аскинская новь” район гәзиттәренә яҙылып ҡалығыҙ!
Азат Фәйзуллин етәкселегендә — Ҡашҡа мәктәбе, Наилә Ильясова етәкселегендә Солтанбәк мәктәбе коллективтары бөгөн ташламалы хаҡҡа район гәзиттәренә яҙылды.
Солтанбәктә — почтальон Лидия Әхмәҙинурова, Ҡашҡала Эльвира Баймөхәмәтова уҡытыусылар янына барып, квитанциялар тултырҙы.
Киләһе йылда ла баҫмабыҙ менән дуҫлыҡ ептәрен өҙмәгән уҡытыусылар коллективтарына рәхмәт белдереп, яуаплы эштәрендә уңыштар теләйбеҙ!
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ:
Декада ваҡытында “Йәнтөйәк” район-ара гәзитенә ярты йылға почта аша яҙылыу хаҡы – 549 һум 12 тин.
Редакциянан үҙегеҙ килеп алһағыҙ — 462 һум, ә курьер килтереп бирһә, 492 һум буласаҡ.
Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ!
Наилә Имаева.