

Махсус хәрби операция әллә күпме кешеләренең яҙмышын үҙгәртте, тыныслығын алды. Ҡариҙел районының Иҫке Аҡбүләк ауылынан Зәйтүнә апай менән Сәиф Нуриәхмәтовтарҙың улдары ла 2023 йылда контракт буйынса махсус хәрби операцияға юллана. “Рәдиф” позывнойлы егет “Башҡортостан” полкында хеҙмәт итә. Ҡарары ныҡлы була уның.
– Ҡартатайым Бөйөк Ватан һуғышынан һыңар аяҡ менән ҡайтҡан, мин дә Тыуған илде һаҡларға махсус хәрби операцияға барам, – тип яуап бирә ул яҡындарына.
Ҡариҙел егете яуҙа ла һынатмай. 2024 йылда ике тапҡыр Генерал Шайморатов миҙалы менән наградлана.
Өс бала үҫтергән Зәйтүнә апай менән Сәиф ағайҙың иң кесе улдары хәрби хеҙмәт юлын һайлай. Оло йәштәге атай-әсәй өсөн яуҙағы улдарын көтөү еңелдән түгел, шулай ҙа улар рух ныҡлығы менән өлгө булып тора. Сәиф ағайға быйыл 80 йәш тулған, Зәйтүнә апай майҙа 75 йәшен ҡаршылаясаҡ. Бергә йәшәүҙәренә 53 йыл икән. Шатлыҡтарын да, һынауҙарын да шулай бергә ҡулға-ҡул тотоноп, терәк-таяныс булып үткәрә белә улар. Сәиф ағай ҡаты сир үткәрһә лә, бирешмәй. Барыһын да аңлап, тойоп, улы өсөн изге теләктәрен теләп ултыра. Әйткәндәй, ул үҙе лә заманында 3,5 йыл Ҡытайға яҡын ил сигендә һаҡсы булып һалдат бурысын үтәгән.
– Махсус хәрби операциялағы улыбыҙ өсөн күңел тыныс түгел, оҙағыраҡ бәйләнешкә сыҡмай торһа, йөрәк тынғы тапмай. Район хакимиәте башлығы Айҙар Шәйҙуллин һәр ваҡыт иғтибарлы. Социаль координатор Ришат Ғәлинуровҡа рәхмәтебеҙ сикһеҙ. Илап барып кергәндә лә, күңелде баҫып, проблемаларҙы хәл итеп сығара. Район хакимиәте йыл һайын бушлай утын бирә. Бының өсөн дә күңел була. Шундай терәк-таяныс булғанда, әлбиттә, еңелерәк, – ти Зәйтүнә ханым.
Тимурсылар командаһы килеп, ҡышын ихаталарын ҡарҙан таҙартыуҙары ла оло йәштәгеләр өсөн ҙур ярҙам.
Яугир улдары менән ғорурланыуҙарын йәшермәне улар. Яугир үҙе лә, оло йәштәге ата-әсәһен хәстәрләп, һыуын да быраулаған, газын да үткәргән, ихатаны уратып кәртәләгән. Өй эсендә уңайлыҡтар булдырыу эшен ул махсус хәрби операциянан ҡайтҡас теүәлләргә ниәтләнә.
Башлаған эштәрен үҙенә атҡарып ҡуйырға насип булһын “Рәдиф” позывнойлы яугиргә. Иң мөһиме – тыуған яғына иҫән-имен ҡайтһын. Ата-әсәһе, туғандары, яҡындары хаҡына һау-сәләмәт аяҡ баҫырға яҙһын Ҡариҙеленә.
Автор фотоһы.