Общие статьи
9 Апреля , 07:35

Афарин, солтанбәктәр!

Солтанбәк ауыл Советы коллективы  был юлы ла беренселәрҙән булып  ташламалы хаҡҡа гәзиткә яҙылды. Афариндар!  

Афарин, солтанбәктәр!Афарин, солтанбәктәр!
Афарин, солтанбәктәр!

Ҡәҙерле гәзит уҡыусыларыбыҙ, алдан хәбәр итеүебеҙсә,  6 апрелдән 16 апрелгә тиклем «Рәсәй почта»һы гәзит-журналдарға ташламалы хаҡҡа яҙылыу иғлан итте. Ошо мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмай, “Йәнтөйәк” район-ара һәм “Ышаныч”, “Аскинская новь” район  гәзиттәренә яҙылып ҡалығыҙ!

Солтанбәктәр иһә был юлы  ла форсаттан файҙаланып  ҡалырға ашыҡты. Ауыл  Советы коллективы  һәр ваҡыттағыса  коллектив менән 2026  йылдың икенсе ярты  йыллығына  “Йәнтөйәк”кә яҙылды. 

Киләһе йылда ла баҫмабыҙ менән  дуҫлыҡ ептәрен өҙмәгән коллективҡа рәхмәт белдереп, яуаплы эштәрендә  уңыштар теләйбеҙ!

Ауыл биләмәһе башлығы Лилиә Салауат ҡыҙы Ғиләжева “Изге подписка” хәйриә акцияһы сиктәрендә “Йәнтөйәк” гәзитенә яҙылып, баҫманы  МХО-ла һәләк булған яугирҙың ғаиләһенә бүләк итте.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ:

Декада ваҡытында “Йәнтөйәк” район-ара гәзитенә ярты йылға почта аша яҙылыу хаҡы – 549 һум 12 тин.
Редакциянан үҙегеҙ килеп алһағыҙ — 462 һум, ә курьер килтереп бирһә, 492 һум буласаҡ.
Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ!

Наилә Имаева.

 

Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас