Быйыл Федераль олимпиаданың һайлап алыу этабында 800-гә яҡын бала ҡатнашып, уларҙың 346-һы йомғаҡлау этабына үтә. Шулар араһында Асҡын 2-се урта мәктәбенең 9А класы уҡыусыһы Гүзәл Махатова ла бар ине.
27 февралдә Гүзәл остазы, Асҡын 2-се мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Дилбәр Заһиҙуллина менән Рәсәй халыҡтары әҙәбиәте һәм туған телдәр, башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса V Федераль олимпиаданың Өфө фән һәм технологиялар университетында үткән йомғаҡлау этабында ҡатнашты. Бәйге биремдәре еңелдән булмаһа ла, ныҡлы әҙерлек һәм маҡсатҡа ынтылыш яҡшы һөҙөмтәләр бирҙе. Гүзәл 100 балдан 98 бал йыйып, тиҫтерҙәре араһында 1-се дәрәжә дипломға лайыҡ булды!
Әйткәндәй, Гүзәл Махатова үткән йыл да ошо олимпиаданың йомғаҡлау этабында призер булғайны.
Уҡыу алдынғыһы, бар яҡлап та тиҫтерҙәренә өлгө булған тырыш ҡыҙҙы һәм тәжрибәле етәксе Дилбәр Зөфәр ҡыҙын ошо еңеү менән ихлас ҡотлайбыҙ, киләсәктә лә туған телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе, әҙәбиәтебеҙҙе өйрәнеүҙә ҙур уңыштар теләйбеҙ!
Теманы дауам итеп...
Өфө фән һәм технологиялар университетында олимпиада еңеүселәре һәм призлы урын яулаусылар өсөн элекке шарттар һаҡлана: "Филология" һәм "Педагогия" йүнәлештәренә имтиханһыҙ уҡырға ҡабул ителеү, йыл дауамында ай һайын 60 000 стипендия алып уҡыу, ҡунаҡхана тибындағы дөйөм ятаҡта йәшәү.
Илсөйәр Ғаянова.