Йәнтөйәк
+19 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
8 Апрель , 13:25

Район гәзиттәре менән дуҫлыҡты нығыттылар

Гәзит-журналдарға ташламалы хаҡҡа яҙылыу буйынса декада сиктәрендә  Асҡын районының “Бухгалтер хеҙмәтләндереү үҙәге” учреждениеһы  беренселәрҙән булып  коллектив менән район гәзиттәренә яҙылды. 

Район гәзиттәре менән дуҫлыҡты нығыттылар
Район гәзиттәре менән дуҫлыҡты нығыттылар

Асҡын районының бухгалтер хеҙмәтләндереү үҙәге коллективы  сираттағы тапҡыр, матур традицияға тоғро ҡалып,  үҙенең гражданлыҡ позицияһын күрһәтте  — 2026 йылдың икенсе ярты йыллығына район гәзиттәренә берҙәм яҙылды.  Улар   үҙ эшенең профессионалдары ғына түгел, ә район тормошонда әүҙем ҡатнашыусылар ҙа. Был учреждениела эшләүселәр  өсөн хеҙмәт бурыстарын камил үтәү генә түгел, ә граждандар йәмғиәтен үҫтереүгә индергән өлөшө лә мөһим. Район гәзиттәренә яҙылыу — мәғлүмәт өлкәһенә аңлы инвестиция, мәҙәни мираҫты һаҡлау һәм коллектив эсендә бәйләнештәрҙе нығытыу.

“Бухгалтер хеҙмәтләндереү үҙәге”   үҙ  өлгөһө менән райондың башҡа ойошмаларын һәм халҡын район баҫмаларына яҙылырға  саҡыра.

 Беҙ берҙәм, татыу, тырыш коллективҡа уларҙың әүҙем тормош  позицияһы һәм район матбуғаты менән дуҫлыҡ күперен нығытҡан өсөн ихлас рәхмәт белдерәбеҙ. Уларҙың миҫалы  күптәрҙе илһамландырыр, һәм "Аскинская новь", "Ышаныч" һәм "Йәнтөйәк" гәзиттәре Асҡын районы халҡын берләштереп, мөһим миссияһын дауам итер, тип ышанабыҙ.

Һәр яңы башланғысты ихлас ҡабул итеп, уны тормошҡа ашырыусы яуаплы  етәксе Гүзәл Марат ҡыҙы Мөфтиева  “Изге подписка” хәйриә акцияһына ла ихлас ҡушылып, “Йәнтөйәк” район-ара гәзитен МХО-ла ҡатнашыусы райондашыбыҙҙың әсәһенә бүләк итте.

Гүзәл Марат ҡыҙы етәкселегендәге  Бухгалтер хеҙмәтләндереү үҙәге коллективына яуаплы эштәрендә тик уңыштар теләйбеҙ!

 

 

 

 

Район гәзиттәре менән дуҫлыҡты нығыттылар
Район гәзиттәре менән дуҫлыҡты нығыттылар
Район гәзиттәре менән дуҫлыҡты нығыттылар
Автор: Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас