Общие статьи
8 Апреля , 15:40

Кипкән үләнде яндырам тип донъяғыҙҙы үртәп ҡуймағыҙ

Баҡса-ихаталағы кипкән үләндән ҡотолоуҙың ябай ысулы ла бар.    

Кипкән үләнде яндырам тип донъяғыҙҙы үртәп ҡуймағыҙКипкән үләнде яндырам тип донъяғыҙҙы үртәп ҡуймағыҙ
Кипкән үләнде яндырам тип донъяғыҙҙы үртәп ҡуймағыҙ

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, республикала йыл башынан ҡоро үлән яныуына бәйле 24 гектарҙан ашыу майҙанда бөтәһе 16 осраҡ теркәлгән. Былтырғы ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда был күрһәткес 55-кә кәмегән.

Кипкән үлән – мискәләге дарыға тиң, сөнки бындай янғын ҙур тиҙлек менән ҙур майҙандарға тарала. Шуға күрә лә урманда ҡоро үләнде яндырыу тыйыла.  

Ә инде ихатағыҙҙа йыйып алған ҡоро үләнде яндыдырға теләһәгеҙ, янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ – һыу тултырылған һауыттар янында йәки дымлы урында, йорт-ҡоролмаларҙан алыҫта, рөхсәт ителгән осорҙа ғына яндырырға мөмкин. Шул уҡ ваҡытта, кипкән үләнде яндырам тип, донъяғыҙҙы үртәп ҡуймағыҙ. Һаҡ булығыҙ!

Баҡса-ихаталағы кипкән үләндән ҡотолоуҙың ябай ысулы ла бар – бер урынға һалып баҫырһағыҙ (тапаһағыҙ), ул бер ни тиклем ваҡыттан һуң баҡса өсөн файҙалы серетмәгә әйләнәсәк.

Онотмағыҙ: янғындар күп осраҡта ут менән һаҡһыҙ эш итеү, урманда усаҡ яғыу, балаларҙың шаярыуҙары арҡаһында килеп сыға. Һыуҙан ҡала, уттан ҡалмай, тиҙәр. Шуға күрә лә үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ, ут менән шармағыҙ!

Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан.

Автор: Рәмилә Мусина
 
Автор:
Читайте нас