Республика етәксеһе уларҙың ауыр ҡайғыһын уртаҡлашты һәм яугирҙәр хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн лайыҡ булған Генерал Шайморатов ордендарын тапшырҙы.
– Һеҙҙең балаларығыҙ, ирҙәрегеҙ – Ватанды һаҡлағанда үҙҙәренең бурысын намыҫлы үтәгән ысын батырҙар. Уларҙың ҡаһарманлығын бер ваҡытта ла онотмаясаҡбыҙ, – тине төбәк етәксеһе. – Хәҙер һеҙҙең хаҡта һәр йәһәттән хәстәрлек күреү мөһим. Ваҡыт етер, махсус хәрби операция мотлаҡ беҙҙең еңеү менән тамамланыр, һәм беҙ мотлаҡ Өфөлә хәтер мемориалын асырбыҙ. Ул яҡташтарыбыҙҙың батырлығына арналасаҡ.
Радий Хәбиров шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарҙың ғаиләләренә күрһәтелгән ярҙам саралары тураһында һөйләне. Әбйәлил районы хакимиәте башлығы Айрат Әминев әйтеүенсә, Асҡар ауылында Дан аллеяһын төҙөкләндерәләр, унда азат итеүсе яугиргә һәйкәл ҡуймаҡсылар.
Осрашыу аҙағында төбәк етәксеһе һәләк булған хәрбиҙәрҙең туғандарының һорауҙарына яуап бирҙе. Улар Радий Хәбировҡа иғтибары һәм ярҙамы өсөн рәхмәт әйтте.
Асҡар ауылында республика Башлығы Рәсәй Геройы Тамерлан Илһамовтың бюсына сәскә һалды. МХО-ла һәләк булған яугир-яҡташыбыҙға һәйкәлде әбйәлилдәр былтыр октябрҙә ҡуйғайны.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан.