Йәнтөйәк
+4 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
6 Апрель , 19:05

Ваҡ аҡса килтерегеҙ: Рәсәйҙә «Тәңкә аҙналығы» башланды

Йыйылған ваҡ аҡсаны 18 апрелгә тиклем алмаштырырға мөмкин.

Ваҡ аҡса килтерегеҙ: Рәсәйҙә «Тәңкә аҙналығы» башланды
Ваҡ аҡса килтерегеҙ: Рәсәйҙә «Тәңкә аҙналығы» башланды

Был юлы «Тәңкә аҙналығы» 12 көн бара. Үҙәк банк мәғлүмәттәре буйынса, унда 16 меңдән ашыу сауҙа нөктәһе һәм банктарҙың 4 мең бүлексәһе ҡатнаша. Ваҡ аҡсаларҙы ҡағыҙ аҡсаға алмаштырырға йәки үҙеңдең иҫәбенә һалырға мөмкин.

Көҙ көнө үткәрелгән акцияла Башҡортостан халҡы банктарға 756 меңдән ашыу тәңкә тапшырған, уларҙың дөйөм суммаһы – 3,5 миллион һумдан ашыу, ауырлығы 3,6 тонна булған.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2026-04-06/nesite-meloch-v-rossii-startovala-monetnaya-nedelya-4640685

Автор: Элина Әхмәтова
Наилә Имаева фотоһы.
Автор:
Читайте нас