Әлеге ваҡытта Өфөлә төҙөлгән Донъя кимәлендәге Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенең Юғары уҡыу йорттары араһындағы студенттар кампусы илдә юғары белем һәм фәндең иң ҙур инфраструктура проекттарының береһе булып тора. Рәсәй Президенты Владимир Путин башланғысы менән ойошторолған федераль программа сиктәрендә 40 кампус төҙөү планлаштырыла. Башҡортостан конкурс буйынса һайлап алыуҙың беренсе тулҡынында һигеҙ еңеүсе иҫәбенә инде. Был турала Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров һөйләне.
– Илдә тәүге тапҡыр уның майҙансығында бер юлы биш университет, Рәсәй Фәндәр академияһы бүлексәләре, бер нисә тиҫтә лаборатория һәм үҙәк, технологик бизнес офистары эшен тәьмин иттек. Бындай үҙ-ара эш итеү форматы дисциплина-ара тикшеренеү командаларын булдырырға, фәнни проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙы һәм уларҙың һөҙөмтәләрен ғәмәлгә индереүҙе тиҙләтергә мөмкинлек бирә. Бынан тыш, беҙҙең кампус географик һәм мәҙәни йүнәлештә махсуслаша. Бында булдырылған мөхит Евразия илдәренең традицион ҡиммәттәрен һәм халыҡ-ара хеҙмәттәшлекте үҫтереүгә булышлыҡ итә. Кампуста Башҡортостанда беренсе Һаҡлыҡ банкы” ның ислам бүлексәһе, Ҡытай, Иран, Абхазияның мәҙәни үҙәктәре эшләй, – тине Андрей Назаров.
Был ҙур проект бер нисә этапта тормошҡа ашырыла. Уның беренсе сираты – "IQ-парк" фәнни-белем биреү һәм инновацион үҙәге функцияларын үтәй. Бында стартап-студия һәм студенттар эшҡыуарлығы үҙәге урынлашҡан. Фәнни-технологик үҫештең төп йүнәлештәре буйынса тикшеренеүҙәр алып барыла: биомедицина һәм генетика, инжиниринг һәм алдынғы етештереү технологиялары, һанлы һәм йәшел химия, яңы тормош мөхите. Сағыштырмаса ҡыҫҡа ваҡыт эсендә бөтә ил масштабында әһәмиәтле бер нисә һөҙөмтә алынған.
“IQ-парк”тың тағы бер үҙенсәлеге – уҡыусыларҙы һәм студенттарҙы киләсәк һөнәрҙәренә өйрәтеүҙең эксперименталь форматтары.
Мәҫәлән, улар өсөн “Берлога” милли платформаһы, “Аврора” таланттарҙы үҫтереү үҙәге, “Муха” анимация студияһы, киберспорт үҙәге бар.
“IQ-парк” шулай уҡ йәмәғәт коммуникациялары һәм мәғрифәтселек проекттары интеграторы ролен үтәй. Уның майҙансығында “Белем” йәмғиәте, Рус география йәмғиәте, Рәсәй хәрби-тарихи йәмғиәте һәм Рәсәй тарихи йәмғиәте эшләй.
Былтыр апрелдә икенсе сираттағы беренсе объект – Геном үҙәге эшләй башланы. Был генетика, биоинформатика, медицина геномикаһы һәм һанлы технологиялар өлкәһендәге тикшеренеүҙәрҙе берләштергән фәнни-белем биреү комплексы. Унда Рәсәй Фәндәр академияһының интеллектуаль геномика үҙәге урынлашҡан. Биоинформатика, хайуандар геномы, яһалма интеллект һәм персональ медицина өлкәһендә фундаменталь һәм ғәмәли тикшеренеүҙәр алып барыла.
Нәҫелдән килгән һәм онкологик ауырыуҙарҙы диагностикалау һәм дауалау ысулдарын камиллаштырыу буйынса проекттар тормошҡа ашырыла. Инновацион Сберҙың “Школа 21” мәктәбе эшләй. Бында өлкәндәр ҙә, уҡыусылар ҙа уҡый.
Икенсе сираттың төп объекты – кампустың төп бинаһы. Бында студенттар һәм йәш ғалимдар өсөн торлаҡ майҙандар, китапхана, коворкингтар, спорт комплекстары һәм йәмәғәт зоналары урынлашасаҡ. Фотоника алдынғы фәнни-белем биреү үҙәге эшләйәсәк. Кампус архитектура яғынан да бик үҙенсәлекле буласаҡ. Ете башня төрлө ҡатлы буласаҡ. Архитектура ҡарарҙары тәрән символизмға нигеҙләнә. Бер яҡтан милли символыбыҙ – ҡурай сәскәһе ҡабатлана. Икенсе яҡтан, асылып торған башнялар механик тәгәрмәсле шестеренка – технологик һәм прогресс символы менән ассоциациялана. Кампус бинаһы 10-15 километр алыҫлыҡтан күренеп торасаҡ, ә уның 29 ҡатлыҡ иң бейек башняһы 100 метр бейеклеккә етәсәк.
Андрей Назаров әйтеүенсә, был үҙенсәлекле архитектура комплексы бөгөндән федераль кампустар программаһының йөҙөк ҡашына әйләнгән.
– Төп бинаны тиҙ темптар менән төҙөйбөҙ. Сафҡа билдәләнгән ваҡыттан алдараҡ – быйыл индерергә планлаштырабыҙ. Бында көн һайын меңдән ашыу кеше эшләй. Бер үк ваҡытта айына өс ҡат тиҙлегендәге ете башня төҙөлә. Шул уҡ ваҡытта аҫҡы ҡаттарҙа быялалар ҡуйыла, эске яҡтан инженер селтәрҙәре монтажлана һәм биҙәү эштәре башҡарыла. Яҡын-тирәләге һәм эске территорияны төҙөкләндереү уйланылған. Йәйәү йөрөү һәм спорт майҙансыҡтары менән бер рәттән социаль-мәҙәни саралар ойоштороу өсөн арт-элементтар менән киңлектәр ҡаралған. Комплекстың дөйөм һыйҙырышлылығы 4,2 мең кеше. Төрлө категориялы 1,4 мең самаһы номер ҡаралған, – тине ул.
Кампус бөгөндән үк фәнни һәм белем биреү әүҙемлегенең ҙур йәлеп итеү нөктәһе булып тора. Меңдән ашыу төрлө сара үткәрелә. Уны 200 меңдән ашыу кеше ҡарай. Мәктәп уҡыусылары өсөн даими рәүештә асыҡ фәнни лекциялар һәм экскурсиялар, ғилми конференциялар, мәғрифәтселек саралары үткәрелә. Хәҙер уның тулыһынса төҙөлөп бөтөүен көтәбеҙ.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.