Белореттан 24 йәшлек егет Граждандарҙы хәрби хеҙмәткә һайлап алыу пунктына килеп Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөй.
Егет Красноярск крайында танк подразделениеһында хеҙмәт итә, тыныс тормошта төҙөлөштә иретеп йәбештереүсе булып эшләй. Күп кенә йәштәр кеүек компьютер уйындары менән мауыға, бигерәк тә теүәллек, тиҙлек һәм фекерләү талап ителгәндәр оҡшай. Әммә егет буш ваҡытын клавиатура артында ғына үткәрмәй, спорт менән дә шөғөлләнә. Ул джиу-джитсу спорты яҡын, бер нисә тапҡыр татамиҙа еңеү яулай.
– Яңылыҡтарҙы күҙәтеп барам. Дөрөҫөн әйткәндә, уларҙы иғтибарһыҙ ҡалдырыу мөмкин түгел. Илебеҙгә осоусы дошман дрондарын юҡ итеү тураһында хәбәр иткән Оборона министрлығы мәғлүмәттәрен уҡып торам. Унда йыш ҡына Рәсәй Ҡораллы көстәрендә пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәре булдырыу тураһында яҙалар. Был дөрөҫ ҡарар. Хәҙер һуғышта заманса технологияларҙың әһәмиәте барлығын аңлайым. Минеңсә, ҡуйылған мәсьәләне уңышлы хәл итеүгә автомат менән генә өлгәшеп булмай. Һәр хәлдә, мин һайлап алыу пунктына маҡсатлы рәүештә БПЛА операторы булырға килдем. Бигерәк тә геймер оҫталығына эйә булған йәш егеттәр кәрәк, тиҙәр. Ә бының менән минең барыһы ла яҡшы. Ысын һуғышта барыһы ла етди булғанын аңлайым, унда яңынан тороп китергә һәм хәрәкәттең башына кире ҡайтырға мөмкинлек булмаясаҡ. Әммә күҙҙәрем үткер һәм бармаҡтарым хәрәкәтсән, физик әҙерлек тә һуңғы урында түгел. Шуға күрә оҫта һәм профессиональ дроновод булырға иҫәп тотам. Минең урыным махсус хәрби операция биләмәһендә, өлкән иптәштәрем менән янында, — тине егет.
Фронтҡа ярҙам итергә кәрәк, ти ул. Уның әйтеүенсә, алғы һыҙыҡта уның күп яҡташтары хеҙмәт итә. Хәрбиҙәр ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыға килгәс, йәштәр менән осрашып, Башҡортостан һалдаттары һәм офицерҙарының дошманды ҡыҫырыҡлауы, уның позицияларын, техникаһын һәм тере көсөн юҡ итеүе хаҡында һөйләй.
– Яугирҙәр үҙ өҫтөндә күп эшләүҙәре, күнекмәләр яһауҙары тураһында һөйләне, “уҡыуҙа ауыр булһа, яуҙа еңел була” ти улар. Бер иптәшем сапер булып хеҙмәт итә, икенсеһе — разведкала, ә өсөнсөһө — нығытыусы (улар, алған позицияларҙы һаҡлап алып, төҙөкләндерә, һаҡлай, ойоштора һәм дошмандың атакаларын кире ҡаға). Улар ҙа Оборона министрлығы менән контракт төҙөгән. “Һин беҙгә кәрәк“ тип әйтмәйҙәр, әммә Тыуған илгә ярҙам кәрәклеге аңлашыла. Ә мин илһөйәр, ата-әсәйем шулай тәрбиәләгән. Бына улар өсөн күберәк борсолам. Туғандарым артыҡ ҡаршы булманы, аңлап ҡабул итте. Дөрөҫөн әйткәндә, күптән инде МХО-ға барғым килә. Һуңғы ҡарарымды ҡабул итеүгә бер ай самаһы ваҡыт китте. Барыһын да уйланым, башҡа йәштәштәремә лә, дронсыларға ҡушылырға теләүселәргә лә кәңәш итәм. Бергәләп хеҙмәт итәсәкбеҙ һәм еңеүҙе яҡынайтасаҡбыҙ, — тине егет.
Башҡалар ҙа БПЛА операторҙары рәтен тулыландыра ала. Ғәскәрҙәргә пилотһыҙ системалар йыйыу тураһында бөтә мәғлүмәт башбат.рф контракты буйынса саҡырыу тураһында сайтта урынлаштырылған.
Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: Эдуард Кусҡарбәков.