2025 йылда Башҡортостандың “Минең бизнесым” үҙәге эшҡыуарҙарға 8 меңдән ашыу хеҙмәт күрһәтте. Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә республиканың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Светлана Верещагина хәбәр итте.
Былтыр үҙәк хеҙмәттәрен 11,7 мең кеше алған. Улар араһында – бәләкәй һәм урта бизнес вәкилдәре, үҙмәшғүлдәр һәм үҙ эшен асырға ниәтләүселәр. Ойошма белгестәре дәүләт ярҙамы алыу, бизнес-пландар әҙерләү, финанс ярҙамы күрһәтеү, белем биреү программаларында һәм эшлекле сараларҙа ҡатнашыу мәсьәләләре буйынса 7,9 мең консультация биргән.
Ведомство етәксеһе билдәләүенсә, үҙәк бизнесҡа “бер тәҙрә” принцибы буйынса дәүләт ярҙамы сараларына инеүҙе тәьмин итеүен дауам итә. Ойошма структураһына республиканың муниципалитеттарында өс бүлексә һәм 13 офис инә.
Бынан тыш, эшҡыуарҙар 255 махсус хеҙмәт алған. Улар иҫәбендә – продукцияны сертификациялауға, тауар билдәләрен теркәүгә, фирма стилен эшләүгә һәм сығымдарҙы оптималләштереүгә булышлыҡ итеү. Был ярҙам арҡаһында бизнес байтаҡ аҡсаны экономиялай ала.
Светлана Верещагина, эшҡыуарҙар һәм яңы эш башлаған бизнесмендар өсөн 10 белем биреү һәм акселерация программаһы тормошҡа ашырылды, тине. Улар йәштәрҙән һәм ижади индустрия вәкилдәренән алып өлкән йәштәгеләргә һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаилә ағзаларына тиклем төрлө категорияларҙы үҙ эсенә ала.
Айырыуса иғтибар – социаль эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә. Башҡортостан был йүнәлеш буйынса ил лидерҙары иҫәбендә. Төбәк реестрында – 593 социаль предприятие, ә былтыр уларҙың 485-е дәүләт ярҙамы алған.
“Минең бизнесым” үҙәге шулай уҡ эшҡыуарҙарға продукцияны алға ебәрергә ярҙам итә. 2025 йылда уның ярҙамында 100-ҙән ашыу бизнес вәкиле төбәк һәм федераль кимәлдәге күргәҙмәләрҙә һәм йәрминкәләрҙә ҡатнаша, был һатыу баҙарын киңәйтергә мөмкинлек бирә.
Хеҙмәтләндереүҙәрҙең уңайлылығын арттырыу өсөн республикала мобиль офис форматы индерелгән. Былтыр үҙәк белгестәре муниципалитеттарға 30 тапҡыр барып, урындарҙа консультациялар үткәргән.
2025 йылдан үҙәк структураһында яңы йүнәлеш эшләй – “Минең креатив бизнесым”. Был проект сиктәрендә ижади индустрия вәкилдәре өсөн тиҫтәләгән сара ойошторолған, шулай уҡ уларҙың башланғыстарын тормошҡа ашырыуға федераль гранттар йәлеп итергә ярҙам иткән.
Светлана Верещагина, 2026 йылда үҙәк хеҙмәттәр исемлеген киңәйтеүен дауам итәсәк, тип өҫтәне. Эшҡыуарҙарға яңы ярҙам ҡоралдары тәҡдим ителәсәк, шул иҫәптән бизнесты масштаблауҙа, һанлы мөхиттә танытыуҙа һәм тауарҙарҙы маркировкалау системаһы менән эшләүҙә ярҙам күрһәтеләсәк.
2026 йылдың мартында республикала бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары һаны 153 мең тәшкил итте, был уҙған йыл күрһәткестәренән 6,3 процентҡа күберәк, тип өҫтәне министрлыҡ етәксеһе.
Радий Хәбиров төбәктең иҡтисади сәйәсәтенең төп йүнәлеше булараҡ эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү буйынса системалы эштең мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.