Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
3 Апрель , 09:35

Ҡыйыу яҡташыбыҙ — БПЛА операторы

 Иҫке Балтас ауылы егете бөгөнгө көндә заманса хәрби хәрәкәттәр шарттарында иң яуаплы һөнәрҙәрҙең береһен башҡара. “Вагнер” позывнойлы яугир — пилотһыҙ осоу аппараттары (БПЛА) операторы, күк киңлектәрен тәүлек әйләнәһенә күҙәтеп, алғы һыҙыҡтағы хәрбиҙәргә ышаныслы терәк булып хеҙмәт итә.

 “Вагнер”  Иҫке Балтас ауылында тыуып үҫкән. Иҫке Балтас 2-се урта мәктәбен тамамлап, Башҡорт төньяҡ-көнбайыш ауыл хужалығы колледжында һөнәр үҙләштерә. Артабан Байкал крайында мотоуҡсылар ғәскәрҙәрендә тыуған ил алдындағы изге бурысын үтәй. 2022 йылда мобилизация буйынса махсус хәрби операцияға юллана. Ә инде 2024 йылда ваҡыт талаптарына яуап биреп, пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеү өсөн махсус әҙерлек үтә.

— Уҡыу бик ауыр ҙа, еңел дә булманы. Теләк булһа, барыһына ла өйрәнәһең. Минең менән БПЛА операторҙарына алты Балтас егете уҡыны. Беҙҙең штаб ер аҫтында урынлашҡан. Күкте тәүлек әйләнәһенә күҙәтәбеҙ. Һәр саҡ бөтә нәмәне контролдә тоторға кәрәк, — ти “Вагнер”.

Башта ул FPV-дрон операторы булып хеҙмәт итә, һуңыраҡ самолет тибындағы “Молния” пилотһыҙ осоу аппаратына күсә.

  • “Молния” алыҫ араға оса һәм йөк тә алып бара ала. Уның менән идара итеү бик ауыр ҙа түгел, ябай булғанлыҡтан уны киң ҡулланып була. Күкте өҙлөкһөҙ күҙәтәбеҙ һәм ғәҙәттә бер тәүлек эсендә уртаса 15-ләп дошман объекты юҡ ителә, — тип һөйләй “Вагнер”. – Пилотһыҙ осоу аппараттары – ул дошманға ҡаршы көрәштең яңы ысулы. Аңлашылып тора, беҙ һәр саҡ штурмсылар, артиллеристар һәм танкистар менән бәйләнештә. Ләкин беҙ алғы һыҙыҡтан йыраҡтараҡ эшләйбеҙ. Икенсе линияла, хәүефһеҙерәк урында. Фронтта БПЛА операторының эше бик яуаплы.

 “Вагнер”ҙың батырлығы дәүләт тарафынан юғары баһалана. Ул “Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыға”, “Ҡаһарманлыҡ өсөн”, Георгий Жуков, Генерал  Шайморатов һәм башҡа миҙалдар менән бүләкләнгән.

Әлеге ваҡытта “Вагнер” ҡыҫҡа ваҡытлы ялда. “Форсаттан файҙаланып, барлыҡ район халҡына, етәкселәргә һәм бигерәк тә урындағы “Хәрби туғанлыҡ” ойошмаһы рәйесе Фәрит Ғәлимовҡа оло рәхмәттәремде еткерәм. Фәрит Фәнил улы һәр ваҡыт беҙҙең менән элемтәлә, гуманитар ярҙамды ла оҙатып килә. Шулай бергә һәм берҙәм булғанда ғына беҙ көслө”, — ти Балтас яугиры.

Теманы дауам итеп...
Башҡортостанда Птлотһыҙ системалар ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеүгә саҡырыу дауам итә.
Ниндәй өҫтөнлөктәре бар?

  1. Хеҙмәт хәүефһеҙерәк, сөнки хәрби бәрелеш һыҙығынан алыҫта үтә.
  2. Контракт бер йылдан алып билдәләнгән ваҡытҡа төҙөлә. Ул тамамланғас, хеҙмәттән китергә йәки яңыһын төҙөргә мөмкин.
  3. Контрактта хәрби хеҙмәткәрҙе уның ризалығынан тыш пилотһыҙ осоу аппараттарына идара итеү менән бәйле булмаған башҡа һөнәргә йәки икенсе ғәскәрҙәр төрөнә күсерергә ярамағанлығы яҙыла.
  4. Студенттар, академик отпуск алып, контракт төҙөй ала. Хеҙмәте тамамланғас, кире бюджет нигеҙендә (урындар булған осраҡта) уҡырға ҡайтырға хоҡуҡлы.
  5. Һөҙөмтәлелек өсөн өҫтәмә. Дошмандың техникаһын, ҡорамалдарын уңышлы юҡ иткән кешеләргә 50 000 – 500 000 һум өҫтәмә түләү ҡаралған.
  6. Хәрбиҙәр ҡануниәт менән ҡаралған барлыҡ түләүҙәр, ташламалар һәм социаль гарантиялар менән файҙалана.

БПЛА сафтарында хеҙмәт менән ҡыҙыҡһыныусылар 122 телефон номерына шылтырата ала. Бынан тыш, Башҡортостанда контракт буйынса хеҙмәткә ҡағылышлы башбат.рф сайты яңыртылды. Портал МХО-ла хеҙмәт итергә теләүселәр өсөн БПЛА ғәскәрҙәре өҫтөнлөктәре тураһындағы мәғлүмәт менән тулыланды.

Шулай уҡ барлыҡ һорауҙар буйынса Тәтешле һәм Балтас райондары буйынса хәрби комиссариатҡа 8 (34778) 2-16-76 телефон номеры буйынса йәки Үрге Тәтешле ауылы, Ленин урамы, 103 адресы, шулай уҡ Балтас районы буйынса хәрби комиссариат бүлегенә 8 (34753) 2-13-34 телефон номеры буйынса мөрәжәғәт итергә мөмкин. Адресы: Иҫке Балтас ауылы, Комсомол урам, 47.

Фирғәт Нәбиуллин.

Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас