+9 °С
Болотло
МАХ милли мессенджерын ҡулланыусылар һаны 107 миллионға еткән, шул иҫәптә сит ил кешеләре лә бар.
Мартта көн һайын МАХ-ҡа 77 миллиондан ашыу кеше инә, көнөнә 1,5 миллиардтан ашыу хәбәр ебәрелә-баҫыла һәм 30 миллион шылтыратыу яһала.
МАХ 40 ил граждандары өсөн асыҡ. Унда сит ил ҡулланыусылары һаны биш миллиондан ашып китә. Мессенджерҙа 3,6 миллиондан ашыу канал бар, уларға 200 миллиондан ашыу яҙылыусы теркәлгән.
Фото: МАХ.