"Ағинәйҙәр ҡоро" район йәмәғәт ойошмаһының сираттағы ултырышы бик йәнле һәм һөҙөмтәле үтте. Осрашыу, һәр ваҡыттағыса, дуҫтарса мөхиттә, фекер алышыуға, тәжрибә уртаҡлашыуға ҡоролғайны.
Ағымдағы йылға эш планын тикшереү һәм раҫлау көн тәртибенең төп пункты булды.
Сараны "Ағинәйҙәр ҡоро" район йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Закира Хатмулла ҡыҙы асып, барыһын да сәләмләне һәм башҡарылған эштәргә йомғаҡ яһаны.
Ағинәйҙәрҙең әүҙем, берҙәм эшенә осрашыуҙа ҡатнашыусы район хакимиәте башлығы урынбаҫары Эльза Ҡәҙим ҡыҙы Әхмәтгәрәева ҙур баһа бирҙе. Бигерәк тә махсус хәрби операция яугирҙарына гуманитар ярҙам йыйыу эшен ойоштороуҙа ағинәйҙәрҙең эше баһалап бөткөһөҙ. Эльза Ҡәҙим ҡыҙы ауылдарҙа ағинәйҙәр хәрәкәтенең яңы һулыш аып, әүҙемләшеүенә, ойошмаға яңы кешеләр, яңы көстәр килеүенә ҡыуанысын белдерҙе һәм алда ла берҙәм, һөҙөмтәле эшләүҙәрен теләне.
Сара сиктәрендә ошо көндәрҙә 75 йәшлек оло юбилейын билдәләүсе әүҙем ағинәй, Ҡаҙансы төбәге ағинәйҙәрен етәкләүсе Мәмдүнә Ғәбделғаян ҡыҙы Зарипованы ҡотлап, иҫтәлеккә бүләк тапшырҙылар.
Ҡашҡа ауылы ағинәйҙәрен етәкләп, күптән түгел генә был вазифаны ҡалдырыусы Әнүзә Мостафа ҡыҙы Ғилфановаға һәм Әмирҙән Мөнжиә Ғүмәр ҡыҙы Фәүзетдиноваға "Ағинәйҙәр ҡоро" тормошонда әүҙем ҡатнашҡаны һәм дөйөм эшкә баһалап бөткөһөҙ өлөш индергәндәре өсөн йылы рәхмәт һүҙҙәре яңғыраны һәм Рәхмәт хаттары тапшырылды. Сарала шулай уҡ йәмәғәт ойошмаһының яңы ағзаларына танытмалар ҙа тапшырҙылар.
"Ағинәйҙәр ҡоро" ағзаһы Халисә Нурулла ҡыҙы Ғәниәтова, район ойошмаһын оҙаҡ йылдар етәкләп, бөгөн мәртәбәле ағза булып ҡалған Йәриә Ғафур ҡыҙы Ялалетдинова үҙҙәренең идеялары менән уртаҡлашты, яңы башланғыстар тәҡдим итте һәм ойошманы артабан үҫтереү юлдарын билдәләне.
Мәмдүнә Ғаян ҡыҙы ағинәйҙәре менән бергәләп милли кейемдәрҙе тергеҙеү буйынса осталыҡ дәресе үткәрҙе, ҡайҙан һәм нисек материлдар алыуҙары, нисек уларҙан күҙ яуын алырлыҡ кейемдәр тегеүҙәре хаҡында һөйләүе барыһына ла бик фәһемле булды.
Артабан "Ағинәйҙәр ҡоро" район йәмәғәт ойошмаһы кураторы Фәйрүзә Фаяз ҡыҙы Юнысова ағинәйҙәрҙе биш командаға бүлеп, биш тема — “Әхлаҡ тәрбиәһе” (етәксеһе Гүзәл Ғатаулла ҡыҙы Ғәниева), “Йолаларҙы тергеҙеү” (етәксеһе Мәмдүнә Ғәбделғаян ҡыҙы Зарипова), “Кәсепселек” (етәксеһе Зөбәйдә Ҡәүи ҡыҙы Шәймөхәмәтова), “Танышайыҡ, осрашайыҡ, ҡауышайыҡ” яусылар клубы (етәксеһе Фәғилә Нурулла ҡыҙы Фәтхуллина), “Сәләмәтһең икән — һин бәхетле” (етәксеһе Гөлнара Ғилмулла ҡыҙы Насретдинова) эште ойоштороу буйынса фекер алышып, үҙ тәҡдимдәрен индерҙе һәм план төҙөнө. Халҡыбыҙ традицияларын һаҡлауға һәм популярлаштырыуға йүнәлтелгән мәҙәни-спорт сараларын үткәреү, башҡорт милли кейемдәрен, биҙәүестәрен тергеҙеү, социаль проекттарҙа ҡатнашыу, йәш быуынды илһөйәрлек, телһөйәрлек рухында тәрбиәләү, МХО яугирҙарына ярҙам итеүҙе дауам итеү һымаҡ эштәр төп урынды алды.
"Ағинәйҙәр ҡоро"ның сираттағы ултырышы йәнә бер тапҡыр ойошма ағзаларының берҙәмлеген, энтузиазмын һәм дөйөм маҡсаттарға өлгәшергә ынтылышын күрһәтте. Бөгөнгө сара әүҙем, рухлы, уңған гүзәл заттарға алда торған ҙур эштәргә, яңы проекттарға яңы көс-дәрт бирҙе.
Наилә Имаева.
Автор фотолары.