Ташҡынды иҫкәртеү сиктәрендә лә район биләмәһендә һыу баҫыу ихтималлығын иҫкәртеү буйынса системалы эш ойошторолоп, даими алып барыла. Халыҡты кәрәкле мәғлүмәт менән тәьмин итеү, һыу үткәргес торбаларҙы, канауҙарҙы һәм башҡа һыу ағыҙыу ҡоролмаларын таҙартыу, ташҡын хәлен даими күҙәтеү тәьмин ителә. Шулай уҡ Гөмбә һәм Солтанбәк ауылдары гидропостарында һыу кимәлен тәүлек әйләнәһенә күҙәтеү алып барыла.
Хөрмәтле райондаштар! Яҙғы ташҡын ваҡытында һеҙҙең хәүефһеҙлегегеҙҙе тәьмин итеү маҡсатында түбәндәге кәңәштәргә иғтибар итегеҙ:
3. Һыу баҫыу ҡурҡынысы янағанда, электр менән тәьмин итеүҙе һәм газды һүндерегеҙ, мөлкәтте юғары кимәлгә күсерегеҙ, ашығыс хеҙмәттәрҙең тәҡдимдәрен үтәгеҙ һәм рәсми мәғлүмәтте күҙәтегеҙ.
4. Һыу ҡайтҡандан һуң, электр ҡорамалдарын ҡуллана башлағанға тиклем биналарҙың хәүефһеҙлегенә инанығыҙ, уларҙы елләтегеҙ һәм торлаҡтың торошон тикшерегеҙ.
Ғәҙәттән тыш хәл килеп тыуған осраҡта шунда уҡ 112 һанын йыйып, Берҙәм ашығыс хеҙмәттәрҙе саҡырыу хеҙмәтенә мөрәжәғәт итергә кәрәк.