Йәнтөйәк
+9 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
1 Апрель , 11:20

Улдары – пилотһыҙ осоу аппараттарының өлкән операторы

Яуаплы һәм ауыр бурыс башҡара Ҡариҙел егете  

Улдары – пилотһыҙ осоу аппараттарының өлкән операторы
Улдары – пилотһыҙ осоу аппараттарының өлкән операторы

Тыуған иле өсөн йән атып торған, рухлы ир-егеттәр һәр ауылда, һәр ҡалала бар. Махсус хәрби операция башланғас та ҡурҡып тормай,  үҙ теләктәре менән яуға юлланған Ватан һаҡсылары ысын Геройҙарыбыҙ.

Ҡариҙел районында улдары махсус хәрби операцияла хеҙмәт иткән Гөльямал менән Илдус Яҡуповтар ғаиләһе менән таныштыҡ. Ысын патриот үҫтергән атай менән әсәйгә һоҡланмау мөмкин түгел.

“Татарин” позывнойлы егет тәүҙә армия сафтарында үҙенең һалдат бурысын үтәргә юллана. Унда һауа-десант ғәскәрҙәренә эләгә. Шунда контракт төҙөп, Мәскәүҙә “штурман-беспилотник” һөнәренә уҡый. Артабан 1 йыл 8 ай дауамында Сүриәлә хәрби бурысын үтәй. Унан ҡайтып бер аҙ ял итеүгә, 2023 йылдың йәйендә МХО-ға юллана.

Бында ул йәнә пилотһыҙ авиация системалары буйынса уҡыуҙар үтә. Хәҙер хәрби юлын өлкән оператор булараҡ дауам итә.

 – Һөнәре еңел түгел. Кеше ғүмере өсөн яуаплылыҡтың ҙур булыуын, хаталанырға ярамағанлығын аңлай улыбыҙ.  Тыныс холоҡло булыуы ла хеҙмәтендә ярҙам итә. Һәр нәмәне үлсәп, уйлап эшләй, шуға үҙенең бурысын яҡшы итеп башҡарыуына шигебеҙ юҡ. Октябрҙә ялға ҡайтып китте. Хәрби тормош үҙгәрткән, ирҙәр төҫө кергән, олоғайып киткән һымаҡ. Өйҙө, яҡындарын һағына.  Ул ялға ҡайтҡанда яратҡан ризыҡтары билмән, котлет бешереп ҡуябыҙ , –  ти әсәй кеше.  

Хәрби булыу – улдарының бала саҡтағы хыялы. Мәктәп йылдарынан уҡ район үҙәгендәге “Һеләүһен” тигән хәрби-патриотик клубҡа, “Юнармия” хәрәкәтенә йөрөй, “Йәш разведчик” йүнәлеше буйынса шөғөлләнә, хәрбиҙәрҙең тормошо менән ҡыҙыҡһына. “Солдаты” тигән фильмды ла  бик яратып ҡарай. Бала саҡтан  тыуған  хәрби булырға тигән ҡарарын үҙгәртмәй. Маҡсат ҡуя белеүе, тәртип яратыуы ла был хыялын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә.

–Минең хыялымды һындырмағыҙ, – тип әйтә ул яҡындарына.

Махсус хәрби операция тамамланғас, “Татарин”дың хыялы – ауылына ҡайтып төпләнеү, үҙенең йортон  төҙөү, полицияла хеҙмәт итеү. Әлегә ул махсус хәрби операцияла үҙенең бурысын намыҫ менән үтәй. “Жуков”, “Ҡаһарманлыҡ өсөн” миҙалдары уның батырлығы тураһында һөйләй.

Ҡасандыр “Һеләүһен” хәрби-патриотик клубына етәкселек итеүсе, бөгөнгө көндә “Ватан һаҡсылары” дәүләт Фондының Ҡариҙел буйынса социаль координаторы   Ришат Ғәлинуров уҡыусыһы тураһында тик ыңғай тәьҫораттары менән уртаҡлашты.

 –Мәктәп йылдарында минең уҡыусым ғына түгел, терәгем дә булды ул. Шундай бер нисә егет бар ине. Ойоштороу, команда итеү һәләте көслө булды уларҙа. Үҙҙәре лә һәр ваҡыт башҡаларға өлгө күрһәтте. 9 Май кеүек ҙур байрамдарҙа һәр ваҡыт сығыш яһанылар. Автоматты һүтеп йыйҙылыр, аттылар, “Йәш спецназсы” лагерында ялан шарттарында йәшәп, һалдат тормошона алдан әҙерләнделәр. Һәр ваҡыт ул егеттәрҙе ғорурланып иҫкә алам, йәш быуынға ла өлгө итеп һөйләйем, – тине Ришат Йыһанур улы. 

 26 йәшлек кенә егет хәрби хеҙмәттә лә, тыныс тормошта ла үҙен лайыҡлы тота. Ата-әсәһенең дә ғорурлығы. Эске, тәмәке тартыу кеүек насар ғәҙәттәр менән дуҫ түгел, һис нәмәгә зарланырға яратмай.

Яҡташтарының да хөрмәтен, ярҙамын тоя “Татарин”. Махсус уға тип район хәстәре менән генератор ебәргәндәр.

–Иртән дә, кис тә уйҙан сыҡмай  улыбыҙ.  Иҫән - имен генә әйләнеп ҡайтыуын теләйбеҙ, – тип иң изге теләктәрен әйтеп ҡалды атай менән әсәй.

 

БПЛА ғәскәрендә хеҙмәт итәм тиһәң...

Пилотһыҙ система ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеүселәр – юғары класлы, яҡшы әҙерлекле, автомат менән түгел, ә джойстик менән оҫта идара итеүсе яугирҙәр. Шуға күрә улар өсөн айырым шарттар булдырыла һәм унда урындар һаны ла сикләнгән.

  • Был контрактсыларға башҡа яугирҙәргә тәғәйен кеүек үк түләүҙәр, льготалар, социаль гарантиялар ҡаралған, ләкин улар өсөн айырым өҫтөнлөктәр ҙә бар.
  • Хеҙмәт хәүефһеҙерәк, сөнки хәрби бәрелеш һыҙығынан алыҫта үтә
  • Контракт бер йылдан алып билдәләнгән ваҡытҡа төҙөлә. Ул тамамланғас, хеҙмәттән китергә йәки яңыһын төҙөргә мөмкин.
  • Контрактта хәрби хеҙмәткәрҙе уның ризалығынан тыш пилотһыҙ осоу аппараттарына идара итеүгә бәйле булмаған башҡа һөнәргә йәки икенсе ғәскәр төрөнә күсерергә ярамағанлығы яҙыла.
  • Студенттар, академик отпуск алып, контракт төҙөй ала. Хеҙмәте тамамланғас, кире бюджет нигеҙендә (урындар булған осраҡта) уҡырға ҡайтырға хоҡуҡлы.
  • Һөҙөмтәлелек өсөн өҫтәмә. Дошмандың техникаһын, ҡорамалдарын уңышлы юҡ иткән кешеләргә 50 000 – 500 000 һум өҫтәмә түләү ҡаралған.
  • Рәсәй граждандары булған ир-егеттәр генә контракт төҙөй ала. Яңы подразделениеларҙа ҡатын-ҡыҙҙар өсөн хәрби-иҫәп белгеслектәре әлегә ҡаралмаған.
  • FPV-дрон операторы булыу өсөн йәш буйынса талап – 18 йәштән 35 йәшкәсә, ә башҡа белгестәр өсөн – 18 – 45 йәш.
  • Физик яҡтан үҫешкән булыу һәм һаулыҡ торошо буйынса хәрби хеҙмәткә яраҡлылыҡ.
  • Туғыҙ кластан да кәм булмаған белемдең булыуы мотлаҡ.
  • Ауыр һәм айырыуса ауыр енәйәттәр өсөн хөкөм ителмәгән булыу шарт. Башҡа төрлө суд ҡарарҙары осрағында ҡарар һәр кемгә ҡарата шәхсән рәүештә ҡабул ителә.

 

Ҡайҙа мөрәжәғәт итергә?

Үҙең йәшәгән урын буйынса хәрби комиссариатҡа

Контракт буйынса хәрби хеҙмәткә һайлап алыу пунктына (Өфө ҡалаһы, Революция урамы, 156)

“Дәүләт хеҙмәттәре”ндә заявка ҡалдырырға мөмкин

Контракт буйынса хеҙмәткә ҡағылышлы һорауҙар менән ҡыҙыу линияға мөрәжәғәт итергә: – 122

 Автор фотоһы.

 

Автор: Резеда Шәнгәрәева
Автор: Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас