Йәнтөйәк
+11 °С
Облачно
Антитеррор
Общие статьи
1 Апреля , 05:00

Башҡортостан яугирҙары ВСУ һалдаттарын әсиргә алған

«Башҡортостан» мотоуҡсылар полкының Ғәзи Заһитов исемендәге штурмлау отряды бүлексәһе командиры Марсель Ҡадиров күрһәткән батырлығы һәм хәрби бурысын уңышлы үтәгәне өсөн дәүләт наградаһына күрһәтелгән.

Добавить в предпочтительные источники Google
Башҡортостан яугирҙары ВСУ һалдаттарын әсиргә алғанБашҡортостан яугирҙары ВСУ һалдаттарын әсиргә алған
Башҡортостан яугирҙары ВСУ һалдаттарын әсиргә алған

 

«Башинформ» асыҡлауынса, рядовой Ҡадиров төркөмө хәрби задание ваҡытында мөһим позицияларҙа ныҡлап урынлашып алған. Төндә МХО яугирҙәренә ВСУ дрондары һөжүм иткән, блиндаж янып киткән. Уларҙың ҡайһы берҙәре яраланған, ләкин береһе лә позицияһын ташлап ҡасмаған.

Иртәнсәк дошман беҙҙең позицияларҙы штурмлай башлаған, яҡташтарыбыҙ һөжүмде кире ҡағып, ике һалдатты әсиргә алған. Рядовой Ҡадиров һауанан өҙлөкһөҙ һөжүм һәм миномёт уты аҫтында позицияларҙы обороналауға етәкселек иткән.

https://www.bashinform.ru/news/svo/2026-03-31/uchastniki-svo-iz-bashkirii-uderzhali-pozitsii-i-vzyali-v-plen-soldat-vsu-4633971

Автор: Эдуард Ҡусҡарбәков
Автор:
Читайте нас