Йәнтөйәк
+9 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
1 Апрель , 10:00

Апрелдә Социаль фонд Еңеү көнө уңайынан аҡса күсерә башлай

Бөйөк Ватан һуғышы ҡатнашыусыларына һәм инвалидтарына аҡса 3 апрелдән пенсия һәм башҡа айлыҡ түләүҙәр менән бергә түләнә.

Апрелдә Социаль фонд Еңеү көнө уңайынан аҡса күсерә башлай
Апрелдә Социаль фонд Еңеү көнө уңайынан аҡса күсерә башлай

Аҡса банктар һәм Рәсәй почтаһы аша һәр кемдең үҙ графигы буйынса бирелә. Рәсәйҙең Социаль фондында белдереүҙәренсә, әгәр ветерандың пенсияһы банк картаһына килһә, аҡса ла шул уҡ картаға күсә. Пенсияны почта аша алған осраҡта аҡсаны почтальон тарата йәки уны почта бүлексәһе кассаһында алырға мөмкин.

Ил президенты указына ярашлы, был сумманың күләме — 10 мең һум.

Аҡса Еңеү көнөнә тиклем күсерелә.

Ветерандарға йәки уларҙың яҡындарына ғариза менән мөрәжәғәт итергә кәрәкмәй. 

https://www.bashinform.ru/news/economy/2026-03-31/v-aprele-sotsfond-nachnet-perechislyat-ezhegodnuyu-vyplatu-ko-dnyu-pobedy-4633996

 

Автор: Ксения Калинина
Автор:
Читайте нас