"Йыйынға Ҡашҡа, Әмир, Билгеш ауылдарының, шулай уҡ «Айыҡ ауыл» конкурсында ҡатнашыусы Гөмбә ағинәйҙәре йыйылды. Осрашыу иҫтәлекле, йылы мөхиттә барҙы.
Осрашыуҙы “Ағинәйҙәр ҡоро” рәйесе Закира Хатмулла ҡыҙы Ғилметдинова алып барҙы. Йыйын ҡатнашыусыларын ауыл биләмәһе башлығы Ринат Ғәләүетдинов сәләмләп, уңышлы эштәр теләне.
Сара барышында район “Ағинәйҙәр ҡоро ” составынан Ҡашҡа зонаһы кураторы итеп Гөлнара Ғилмулла ҡыҙы Насретдинова тәғәйенләнде.
Шулай уҡ яңы етәкселәр һайланды: Ҡашҡа ауылы “Ағинәйҙәр коро” етәксеһе — Әнисә Шәрифулла ҡыҙы Сәмиғуллина, Әмир ауылы “Ағинәйҙәр коро” етәксеһе — Рәфиә Хөсәйен ҡыҙы Нартдинова.
Закира Хатмулла ҡыҙы урындағы ойошма ағзаларына “Ағинәйҙәр ҡоро” таныҡлыҡтарын тапшырҙы".